Эстәлеккә күсергә

Гөлсөм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Гөлсөм — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Гөлсөм исеме башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән. Мәғәнәһе алһыу йөҙлө тигәнде аңлата.

Хәбибуллина Гөлсөм Инсаф ҡыҙы (5 март 1943 — 22 декабрь 2016) — эстрада артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977) һәм халыҡ (1987) артисы[1].

Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы (10 июнь 1938 йыл) — театр актёры, Башҡортостан Республикаһының (1996) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы (1988)[2].

Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы (20 ғинуар 1942 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1966—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозы һауынсыһы. СССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), II (1981) һәм III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданины (1997).

Абдрахманова Гөлсөм Мөхәмәт ҡыҙы (1961), мәғариф алдынғыһы. Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009), «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2009). Сығышы менән ошо райондың Иҫәнбай ауылынан[3].

Гөлсөм Бикбулатова (1979), Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры, йырсы. Халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика ижади конкурстары лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан[4].

Гөлсөм исеменең талисмандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Бәхетле төҫө зәңгәр (күк).

- Бәхетле йыл миҙгеле: Яҙ

- Аҙнаның бәхетле көндәре: Дүшәмбе һәм йома.

- Аҙнаның бәхетһеҙ көндәре: Кесаҙна

- Талисман—үҫемлеге: Клевер

- Талисман-ташы: Гематит, Бронза, Латунь, Алебастр, Аҡ Коралл, Тау гәлсәре, Сапфир, Зөбәржәт,

Аҡыҡ, Нефрит, Хризопраз, Агат, Фирүзә, Малахит.

- Табынған хайуаны: Ҡондоҙ

- Ағасы: Тал[5].


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ