Даминдарова Фәниә Вәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Даминдарова Фәниә Вәли ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 22 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Мишкә, Наурыҙ ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө фәлсәфәсе
Эш биреүсе Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]

Даминдарова Фәниә Вәли ҡыҙы (22 март 1949 йыл) — ғалим-философ, Философия фәндәре докторы (2011), профессор (2012), йәмәғәт һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даминдарова Фәниә Вәли ҡыҙы 1949 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Мишкә ауылында тыуа. 1972 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1966 йылда БАССР-ҙың Учалы районы Наурыҙ урта мәктәбендә өлкән пионер вожатыйы булып башлай. Мәктәптәрҙә директор урынбаҫары, район пионерҙар йорто директоры булып эшләй[1].

19751978 йылдарҙа — комсомол эшендә. ВЛКСМ-дың Учалы ҡала комитеты секретары була.

19831991 йылдарҙа партия эшендә була. КПСС-тың Учалы ҡала комитеты пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, идеологик эштәр буйынса секретарь булып эшләй[1].

19911997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы хакимиәтенең дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында - эштәр менән идара итеүсе, хакимиәт башлығы урынбаҫары, кадрҙар менән эшләү буйынса идаралыҡ начальнигы, мәҙәниәт бүлеге мөдире урынбаҫары булып эшләй[1].

19971999 йылдарҙа — Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1999-2001 йылдарҙа - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яуаплы секретары, рәйес урынбаҫары.

2001 йылдан башлап Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәкәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы урынбаҫары, 2002 йылдан — деканы, 2009 йылдан алып уҡытыусы[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ф.В. Дәминдәрованың ғилми эшмәкәрлегенең бөтә өлкәһе дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙең этикаһын, мәҙәниәтен формалаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләре менән бәйле. 1991 йылда «Роль традиций в нравственном формировании личности» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2011 йылда философия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Духовно-нравственные традиции в жизни общества» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

Әлеге ваҡытта Даминдарова Ф.В. - дәүләт һәм муниципаль идара итеү кафедраһы профессоры. Уның дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн кәрәкле ҙур ғилми-педагогик һәм идара итеү тәжрибәһе бар. Уның лекциялары һәм практик дәрестәре юғары профессиональ кимәлдә үтә[2].

3 монография, 7 уҡытыу-методик әсбап, 100-ҙән ашыу ғилми баҫма авторы, шуларҙың 30-ҙан ашыуы Юғары аттестация комиссияһы исемлегенә индерелгән Рәсәйҙең ғилми журналдарында баҫылған. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика ғилми-ғәмәли конференцияларында даими ҡатнаша[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2004 йыл);

2. «Профессорҙар-уҡытыусылар составы» номинацияһында «Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (2004 йыл);

3. Федераль Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Почет грамотаһы (2006 йыл); 4. Башҡортостан Республикаһы Юстиция министрлығының Почет грамотаһы (2006 йыл);

5. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2007 йыл);

6. Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Почет грамотаһы (2008 йыл);

7. Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Рәхмәт хаты (2009 йыл);

8. Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзының Почет грамотаһы (2009 йыл).

9.Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының Рәхмәт хаты (2019)

Актуаль фәнни баҫмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монографиялары

1. Даминдарова Ф.В. Нравственные традиции как духовная основа общества: философское постижение культуры народов Урало-Поволжья: монография. Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. 282 с. (20,1 п.л.).

2. Даминдарова Ф.В.Духовно-нравственная традиция в социокультурном развитии: монография. Уфа: РИЦ БашГУ, 2011. 223 с. (16,0 п.л.)

3. Даминдарова Ф.В. Влияние национальных духовно-нравственных традиций в политической модернизации современной России //Политическая модернизация в современной России: тренды, инновации, противоречия. – Уфа: БАГСУ, 2016 с. 36-66 (коллективная монография)

Фәнни мәҡәләләре
  • Даминдарова Ф.В., Федерация или конгломерация? Феномен государственного устройства России/ Власть, 2015 г.- С.85 – 89. Лаврентьев С.Н., Латыпов Р.Ф., Минигулова Д.Б., Даминдарова Ф.В.
  • Даминдарова Ф.В., Современные российские политико-организационные механизмы регулирования экономики: формальные структуры и неформальные практики функционирования // Евразийский юридический журнал №11/90/.2015. Колобова Г.А., Галлямов Р.Р., Даминдарова Ф.В.
  • Даминдарова Ф.В. Актуальные проблемы изучения и развития государственных языков в Республике Башкортостан ( статья ) Сб статей Всероссийской научно-практической конференции с международным участием «Перспективы развития башкирского народа: осмысление истории, сохранение традиций, модели национально-государственного строительства» – Уфа. Башкирская энциклопедия, 2015. – 492 с. – С. 486-489
  • Даминдарова Ф.В. Влияние национальных духовно-нравственных традиций в политической модернизации современной России/Политическая модернизация в современной России: тренды, инновации, противоречия. – Уфа: БАГСУ, 2016. – С.36-66.
  • Даминдарова Ф. В, Исмагилова Г. Ш., Развитие профессиональной культуры государственных гражданских служащих в современных условиях.// Международная научно-практическая конференция, посвященная 25-летию Башкирской академии государственной службы и управления при Главе Республики Башкортостан. «Современный государственный гражданский и муниципальный служащий: образование, компетенции, карьера».1, 12.2016.
  • Даминдарова Ф. В., Исмагилова Г. Ш. Правовые основы противодействия коррупции в системе государственной службы. // Сборник Всероссийской научно- практической конференции. 12.2018г. Уфа, БАГСУ. «Механизмы нейтрализации коррупции в современной России». С.41-53. 2019 г.
  • Даминдарова Ф. В., Исмагилова Г. Ш. Современные требования к служебному поведению государственных гражданских служащих //Сборник Всероссийской научно-практической конференции «Совершенствование системы государственного и муниципального управления в условиях реализации приоритетных национальных проектов в Российской Федерации». Уфа, БАГСУ, 2019

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]