Эстәлеккә күсергә

Нуриев Дамир Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дамир Әхмәт улы Нуриев битенән йүнәлтелде)
Нуриев Дамир Әхмәт улы
Тыуған көнө

18 март 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Салауат районы Көҫәпәй ауылы

Вафат көнө

28 апрель 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (82 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

СССРРәсәй флагы

Ғилми даирәһе

философия

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

философия фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор (1996)

Награда һәм премиялары
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)

Нуриев Дамир Әхмәт улы (18 март 1941 йыл28 апрель 2023 йыл) — ғалим-философ. 1970—1976, 1993—2011 йылдарҙа һәм 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2011 йылдарҙа философия һәм социология факультеты деканы, философия тарихы һәм фәне кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998).

Дамир Әхмәт улы Нуриев 1941 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Көҫәпәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урта белемде Арҡауыл урта мәктәбендә ала. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай һәм философия кафедраһында ассистент итеп эшкә ҡалдырыла. 1973—1975 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында, тәбиғи факультеттарҙың философия кафедраһы аспирантураһында уҡый һәм «философия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1976 йылдан Дамир Нуриев Өфө элемтә ҡорамалдары заводына социолог булып эшләй, 1978 йылдан хеҙмәт эшмәкәрлеген Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) дауам итә: ассистент һәм өлкән уҡытыусы була. 1981—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында (хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университеты) шул уҡ вазифаларҙы башҡара, ә 1988—1993 йылдарҙа ошо уҡ уҡыу йортонда доцент булып эшләй.

1993 йылдан Дамир Әхмәт улы — Башҡорт дәүләт университетында: башта доцент, 1996 йылдан — профессор, философия кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 2000 йылдан — философия һәм социология факультеты деканы, философия һәм фән тарихы кафедраһы мөдире.

Ғалим 2023 йылдың 28 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор Дамир Нуриевтың фәнни тикшеренеүҙәре философияның мөһим мәсьәләләре — онтология, гноселология, логика һәм фәндең методологик нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Уларға арналған 80 артыҡ ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән тиҫтәгә яҡын монография донъя күргән. Ғалимдың докторлыҡ диссертацияһы философик категория булараҡ "материя"ның нигеҙҙәрен асыҡлауға арналған.

рус телендә:

  • Сущность субстанциально-атрибутивного подхода к определению материи. Философско-социологические проблемы науки. — М, 1977.
  • Единство теоретического и эмпирического в формировании научной картины мира. Научная картина мира: основание, формирование, развитие. — Уфа, 1987.
  • О предмете диалектического материализма. Диалектический материализм: вчера, сегодня завтра. — М, 1989.
  • Категория материи, ее место и роль в философии. Ч.1 и 2. — Уфа, 1989
  • Понятие материи в философии (системный анализ). — Уфа, 1995.
  • Гносеологическое и методологическое основания категории «материя». — Уфа, 1995.
  • Историческое, логическое и мировоззренческое основания категории «материя». — Уфа, 1996.
  • Логические отношения понятий. — Уфа, 1997.
  • Логика. (В соавт.). — Уфа, 2001.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998).