Эстәлеккә күсергә

Дауытов Нияз Ҡурамша улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дауытов Нияз Ҡурамша улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 23 сентябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Ҡазан, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 апрель 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө опера йырсыһы, театр режиссёры
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһы[d]
Йырсы тауышы тенор[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Дауытов Нияз Ҡурамша улы (23 сентябрь 1913, Ҡаҙан — 16 апрель 1986, Ҡаҙан[1]) — йырсы, режиссер, педагог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1954). РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1957). Ғабдулла Туҡай исемендәге республика премияһы лауреаты (1958)[2].

1913 йылда Ҡаҙан ҡалаһында тыуған.

1938 йылда Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы Татар опера студияһын тамамлай.

1939—1943 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында шөғөлләнә.

1953 йылда Урал консерваторияһын тамамлай[1].

1943—1956, 1960—1964 йылдарҙа — Свердловск опера һәм балет театры солисы һәм режиссеры.

1965—1975 йылдарҙа Силәбе опера һәм балет театрының баш режиссеры.

1956—1960 йылдарҙа һәм 1975—1986 йылдарҙа —Татар опера һәм балет театры солисы һәм баш режиссеры[1]..

1975—1986 йылдарҙа — Н. Ғ. Жиһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһыныңң опера әҙерлеге кафедраһы мөдире (1982 йылдан — профессоры).

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нияз Дауытовтың тәүге ҙур роле — Чайковскийҙың «Евгений Онегин»ында Ленский. Артабан Гуноның «Ромео һәм Джульетта» операһында Ромео, Вердиҙың «Травиата»һында Альфред, һәм Гуноның шулай уҡ исемле операларында Дубровский һәм Фауст була. Һоҡланғыс тауышы һәм актёрлыҡ һәләте йырсыға Свердловск, Силәбе, Татарстандың опера сәхнәләрендә уңыш килтерә. Ә Свердловск кинематографистары төшөргән «Сильва» фильмы Нияз Дауытовты Бөтә Союз кимәлендә таныта [1]..

1956—1960 йылдарҙа, һуңынан 1975—1986 йылдарҙа Нияз Дауытов Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театры солисы һәм баш режиссёры. Нияз Дауытов илдең төрлө ҡалаларында опералар ҡуя. Уның постановкалары араһында — донъя опера классикаһы әҫәрҙәре «Кармен», «Чио-Чио-сан», «Богема», «Пиковая дама», «Отелло», «Борис Годунов». Утыҙ йыл режиссер булып эшләгәндә ул 80-гә яҡын спектакль ҡуя. Татар композиторҙары Н. Йыһановтың «Алтынсәс», Х. Вәлиуллиндың «Самат», Р. Ғөбәйҙуллиндың «Джигангир», Б. Мөлөковтың «Кара за любви» һәм башҡа опералар уның ижадында айырым бит булып торалар[1][2].

Режиссер постановкаларының төрлөлөгө актёр репертуарынан бер ҙә ҡалышмай: ул ҡуйған операларҙың ҡайһы берҙәрендә Н. Дауытов үҙәк партияларҙы иҫ киткес башҡара. Дауытов үҙенең режиссерлыҡ эшендә тасуири мизансәхнә, сағыу тамаша һәм театраллекте ярата: романтик стилде, художестволы образлы символиканы үҙ итә. Ошо йылдар дауамында уның ижади тормошо Ҡазан консерваторияһы менән бәйле, унда ул доцент, ә 1982 йылдан — профессор, шул уҡ ваҡытта опера әҙерлеге кафедраһын етәкләй. Татарстандың күп кенә күренекле вокалсылары был кешене рәхмәт йөҙөнән иҫкә ала, уны үҙҙәренең уҡытыусыһы һәм остазы тип атай[2].

Нияз Дауытов 1986 йылда, театрҙың Мәскәүгә гастролдәре алдынан, ҡапыл вафат була.

  • Сильва (фильм, 1944)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татарский энциклопедический словарь. Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998, 703 с., илл
  • «Дебют молодого певца» Огонёк. 1943, № 15—16, с. 15
  • Головащенко Ю. «Ниаз Даутов». Казань, 1957, 27 с.
  • «Чествование Ниаза Даутова». Советская Татария, Казань, 1958, 13 июля
  • Витвицкий Н. «Лирический певец» ТЖ, 1959, № 3, с. 30—32
  • «Снова в Свердловске». На смену, Свердловск, 1960, 20 сентября
  • «Даутов Нияз Курамшевич». Театральная энциклопедия. Москва, 1963, т. 2, с. 323
  • Петрова К. «Его жизнь — театр». Челябинский рабочий, 1969, 23 ноября
  • «35 лет жизни в искусстве», Комсомолец, Челябинск, 1973, 24 ноября
  • Черкасова Е. «Юбилей мастера оперной сцены». Челябинский рабочий, 1973, 28 ноября
  • «Даутов Ниаз Курамшевич». Музыкальная энциклопедия. Москва, 1974, т. 2, с. 161—162
  • «Очень современное искусство — опера»,Беседу вела Э. Суворова, Кузбасс, Кемерово, 1975, 11 июня
  • Кантор Г. «Даутов Нияз Курамшевич». Народные артисты: Очерки, Казань, 1980, с. 407—413
  • «Даутов Нияз Курамшевич». Театральная энциклопедия. Москва, 1963, т. 2, с. 323
  • «Даутов Ниаз Курамшевич». Музыкальная энциклопедия. Москва, 1974, т. 2, с. 161—162
  • Кантор Г. «Даутов Нияз Курамшевич». Народные артисты: Очерки, Казань, 1980, с. 407—413