Девдера Катерина Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Девдера Катерина Михайловна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 25 ноябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (29 йәш)
Тыуған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Винница өлкәһе, Ямпиль районы
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Винница дәүләт педагогия университеты

Девдера Екатерина Михайловна (25 ноябрь 1990(19901125), Винница өлкәһе Ямполь районы Качковка ауылы) — украин шағирәһе, тәржемәсе. Украина яҙыусыларының милли союзы ағзаһы (2013).[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Девдера Екатерина Михайловна 1990 йылдың 25 ноябрендә Винница өлкәһенең Качковка ауылында тыуған. Тыуған ауылында урта белем ала. Коцюбинский исемендәге Винница дәүләт педагогия университетының (2012) филология һәм журналистика факультетын тамамлаған. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң кесе тыуған иленә ҡайта, урындағы мәғариф системаһында эшләй. 2014 йылда Шевченко исемендәге әҙәбиәт институты аспиранты була.

Әҙәби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шағир үҙенең тәүге остазы тип яҡташы шағир Виктор Дьячокты, Винница өлкәһенең Подольск әҙәбиәтселәре — Виктор Мельник, Михаил Каменюкты иҫәпләй.[2]«Соприсутствии» (2011), «Буквы и стихии» (2015) китаптары, матбуғатта баҫмалар авторы, испан теленән (Лорки) ,[3] поляк теленән әҫәрҙәр тәржемә итә, Краков шағирәһе Божена Бобров-Диґаның «Запах каштанов» әҫәрен (2013)[4], инглиз теленән әҫәрҙәр тәжемәләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]