Эрбиль Деврим
Эрбиль Деврим | |
төр. Devrim Erbil | |
Тыуған: |
16 сентябрь 1937[1] (87 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Ил: | |
Сайт: |
Деврим Эрбиль (16 сентябрь 1937 йыл, Ушак) — Төркиә рәссам-абстракционисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың 16 сентябрендә Ушакта Надиде һәм Эрбиль Решат ғаиләһендә тыуа. 1940 йылда улар Ил Балыкесирға күсә. Шунда Деврим мәктәбендә белем ала. 1954—1959 йылдарҙа Истанбулдағы сәнғәт университетында уҡый[2].
Шунан һуң Эюбоглу Бедри Рахми, Толлу Джемаль һәм Джеват Дерели менән эшләй. Бер нисә коллектив күргәҙмәлә ҡатнашып, үҙ эштәре менән иғтибарға лайыҡ була. Шуның арҡаһында Испания хөкүмәте стипендияһына лайыҡ була, был аҡсаға Испания, Франция һәм Италиялаға бара[2].
1979—1982 йылдарҙа Истанбул һынлы сәнғәт һәм скульптура музейы директоры була.
Нәфис сәнғәт университетында уҡыта[2].
Бер нисә премия лауреаты. 2004 йылда Ил Балыкесирҙа Деврим Эрбиль музейы асыла[2].
Художестволы стиле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Деврим Эрбилдең эштәрен абстракт стилдә төшөрә. Уларҙа, ҡағиҙә булараҡ, һәр төрлө ландшафт бейеклектән ҡараған кеүек һүрәтләнә. Уның эштәренең төп үҙенсәлектәре — деталдәрҙең бик күп булыуы һәм һыҙыҡлы перспективаны боҙоп күрһәтеү[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Devrim Erbil // Benezit Dictionary of Artists (ингл.) — OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Devrim Erbil: Painter of Istanbul . Дата обращения: 8 декабрь 2019. Архивировано 8 декабрь 2019 года.