Джурджулешты (порт)
Джурджулешты Халыҡ-ара Ирекле Порт | |
Фотография | |
Джурджулешты порты схемаһы | |
---|---|
местонахождение | |
территория майҙаны |
41,7 га |
Өҫтәмә мәғлүмәт | |
45°28′10″ с. ш. 28°12′40″ в. д.HGЯO |
Джурджулешты халыҡ-ара ирекле порты — Ҡара диңгеҙҙән 133,8 км алыҫлыҡта, Прут һәм Дунай йылғаларының һул яҡ ярында, Молдавияның Румыния һәм Украина менән сиге эргәһендә урынлашҡан. Молдова Республикаһының Ҡара диңгеҙгә сығыу юлы булған берҙән-бер порты. Джурджулешты портының бөтә территорияһы 2030 йылға тиклем ирекле иҡтисади зона статусына эйә[1]. Порттың ирекле иҡтисади зонаһы милли һәм халыҡ-ара инвесторҙарға инвестициялар һәм бизнес өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Порт Европа Союзы менән сиктә региональ логистика үҙәге булып тора.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Джурджулешты портына Дунайҙың 480 м яр буйы керә[2], был ерҙе Молдова Украинанан Молдованың Штефан-Водский районы Паланка ауылы эргәһендәге автомобиль юлы участкаһына алмаштырып ала[3].
1996 йылда ауылға яҡын ерҙә нефть ташый торған терминал төҙөлә башлай. Төҙөлөш 2006 йылда тамамлана. Терминал үҙ эсенә нефть танкерҙарын ҡабул итә торған причалды, дөйөм һыйҙырышлылығы 52 мең тонна булған 8 резервуарҙы, нефть продукттарын диңгеҙ цистерналарынан резервуарҙарға ҡыуҙыра торған комплекслы системаны индерә. Нефть продукттары терминалдарға танкерҙарҙа килтерелә һәм артабан автомобиль һәм тимер юл транспорты ҡулланыусыларына еткерелә. 2007 йылда Джурджулештыла йөк һәм пассажирҙәр порты төҙөлә башлай, улар 2009 йылда файҙаланыуға тапшырылалар[4][5]. 2008 йылда Кагул ҡалаһынан Джурджулешты портына тиклем тимер юл тармағы асыла[6][7]. 2010 йылда йөк әйләнеше 375 мең тоннаға етә, ә 2011 йылда Стамбул менән даими диңгеҙ йөк бәйләнеш эшләй башлай[8]. Украинаның «Дунай — Ҡара диңгеҙ» каналы төҙөлгәс, суднолар Джурджулешты портына, инеү урыны көндөҙгө 14 сәғәттә ябылған румын тармағы Сулинское гирло аша түгел, ә диңгеҙ каналы һәм Быстрое гирло аша йөрөй башлайҙар[9]. 2015 йылға ҡарата икенсе иген терминалы төҙөлөү стадияһында.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Giurgiulesti International Free Port
- ↑ Moldaus 460 Meter vorbildlich genutzte Donau, in: Die Presse vom 27. April 2013, abgerufen am 9. Dezember 2014.
- ↑ Молдова и Украина закрыли вопрос о спорных территориях возле села Паланка (рус.). Еврорегион «Днестр». 14 май 2016 тикшерелгән.
- ↑ Expansion of Giurgiulesti Port in the Republic of Moldova
- ↑ В Молдавии открыт нефтеналивной терминал Джурджулешт // RosInvest.Com.
- ↑ Открыта железнодорожная ветка Кагул—Джурджулешты
- ↑ Йыл аҙағына Джурджулешты—Галац рейсы асыла
- ↑ Между Джурджулештами и Стамбулом будет курсировать грузовое морское судно // kommersant.md.
- ↑ «Принцесса Елена» верна Быстрому