Эстәлеккә күсергә

Дианов Вәлиәхмәт Диан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дианов Вәлиәхмәт Диан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Вафат булған көнө 1981
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Дианов Вәлиәхмәт Диан улы (13 март 1930 йыл — 1981 йыл) — китап рәссамы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1969).

Вәлиәхмәт Диан улы Дианов 1930 йылдың 13 мартында Горький өлкәһенең Ново-Мочалей ауылында тыуған. 1960 йылда Мәскәү ҡалаһында Полиграфия институтын (хәҙер Мәскәү дәүләт матбуғат университеты) тамамлай.

Китап рәссамы. 1961-1971 йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан китап нәшриәтендә өлкән художество мөхәррире булып эшләй.

1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы, 1969.

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1972 йылдағы йәштәр күргәҙмәһенән башҡа, 1961 йылдан алып 1974 йыл буйынса бөтә күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаша.
  • «Социалистик Урал» зона күргәҙмәләре: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • БАССР, Мәскәү, Ленинград рәссамдары әҫәрҙәре ун көнлөк күргәҙмәһе, 1969 йыл.
  • Өс зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығына арналған БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Ульяновск, 1970.
  • Бөтә Союз художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1967.
  • В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығына арналған Бөтә Союз художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1970.
  • «Ҡуҙый күрпәс» башҡорт эпосына иллюстрациялар, ҡағыҙ, акварель, 1961.
  • Д. Юлтыйҙың «Ҡан» романына иллюстрациялар, ҡағыҙ, акварель, 1962.
  • Ғ. Ибраһимовтың «Беҙҙең көндәр» романына иллюстрациялар, ҡағыҙ, акварель, 1962.
  • М. Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһына иллюстрациялар, ҡағыҙ, акварель, 1965.
  • «Әлифба» дәреслегенә иллюстрациялар, ҡағыҙ, акварель, 1969.
  • «Туған тел» дәреслегенә иллюстрациялар, ҡағыҙ, акварель, 1969.
  • Йыр, автолитография, 1968.
  • Йылдың дүрт миҙгеле, автолитография, 1968.
  • «Русский язык для нерусских школ» дәреслегенә иллюстрациялар, ҡағыҙ, акварель, 1969.
  • «Аҡбуҙат» башҡорт эпосына иллюстрациялар, ҡағыҙ, акварель, 1973—1975.
  • «Урал батыр» башҡорт эпосына иллюстрациялар, ҡағыҙ, акварель, 1973—1975.
  • Башҡорт халыҡ әкиәттәренә иллюстрациялар, ҡағыҙ, акварель, 1970—1978.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы 1970,
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы 1969,
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1969).
  • Белешмә «Совет Башҡортостаны рәссамдары». Автор-төҙөүсеһе Э. П. Фенин, Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө-1979
  • Өфө Тарихы. Мәҡәләләр йыйынтығы, 14 бүлек. Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө, 1976.