Дилмөхәмәтов Рәмил Хөрмәт улы
Дилмөхәмәтов Рәмил Хөрмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 12 сентябрь 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Масҡары, Рәсәй |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Дилмөхәмәтов Рәмил Хөрмәт улы (12 сентябрь 1954 йыл) — сәнәғәт һәм дәүләт хеҙмәткәре. 2013—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары, 2017-2018 йылдарҙа «Башкирдортранспроект» институты директоры. Башҡортостан Республикаһының I һәм II саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы һәм «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәмил Хөрмәт улы Дилмөхәмәтов 1954 йылдың 12 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы Яңы Масҡары ауылында тыуған. 1978 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. 1973 - 1979 йылдарҙа - Һарытау 2-се йылылыҡ электр үҙәге турбиналары машинисы ярҙамсыһы; 1970 - 1974 - Өфө энергетика техникумы студенты; 1974 - 1974 - "Төркмәнэнергоремонт" Маршый участкаһы слесары; 1974 - 1976 - Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә; 1976 - 1978 - "Союзнефтеавтоматика" етештереү берекмәһенең көйләү идаралығы йылылыҡ-техник участкаһы технигы; 1978 - 1980 - ҡала торлаҡ идаралығының етештереү бүлеге, техник бүлек инженеры; 1980 - 1986 йылдарҙа - Совет район Советы башҡарма комитетының торлаҡ хужалығы бүлегендә өлкән мастер, инженер-энергетик, өлкән инженер, баш инженер; 1986 йылдан - коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, Өфө ҡалаһы Совет районы Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығы, Өфө ҡалаһы Совет районы Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы вәкилдәр палатаһы депутаты; 1994-2003 - Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығы, Өфөнөң Совет районы муниципаль берәмеге башлығы; 2003-2004 - Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары; 2004 - Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Муниципаль милеккә идара итеү комитеты рәйесе; 2006 - Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары - Муниципаль милеккә идара итеү комитеты рәйесе[2].
2010-2013 йылдарҙа - Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2014-2017 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, 2017 йылдан әлегә тиклем - «Башкирдортранспроект» дәүләт унитар предприятиеһы директоры.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се (1995-1999) һәм 2-се (1999-2003) саҡырылыш Вәкилдәр палатаһы депутаты[1][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе.
- Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- «Өфөнө үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн» иҫтәлекле билдәһе.
- «Рәсәй Эске эштәр министрлығына 200 йыл» миҙалы.
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы.
- 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы.
- Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Почет грамотаһы.