Добрыня Никитич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Добрыня Никитич
Виктор Васнецов. Добрыняны һүрәтләгән «Батырҙар» картинаһының фрагменты
Виктор Васнецов. Добрыняны һүрәтләгән «Батырҙар» картинаһының фрагменты

былина батыры

Мифология

Славян мифологияһы

Урыны

Киев Русе

Атаһы

Никита Романович

Әсәһе

Амелфа Тимофеевна

Ҡатыны

Настасья Микулишна

Бәйле персонаждар

Настасья Микулишна, (ҡатыны)

Происхождение

князь йәки купец, Рязань

Телгә алынған

«Поединок Добрыни с Ильёй Муромцем»; «Добрыня и Змей»; «Добрыня и Маринка»; «Добрыня и Настасья»; «Добрыня и Алёша»; «Добрыня и Василий Казимирович» һәм башҡалар

Commons-logo.svg Добрыня Никитич Викимилектә
Андрей Рябушкин. «Добрыня Никитич». 1895. «Русские былинные богатыри» китабына иллюстрация.
Виктор Васнецовтың «Ете башлы Йылан Горыныч менән Добрыня Никитичтың алышы» һүрәте, 1918 йыл.

Добрыня Никитич — рус халыҡ эпосында популярлыҡ буйынса Илья Муромецтан һуң икенсе урында торған батыр[1].

Былина сюжеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

С. Н. Азбелев иҫәбе буйынса героик эпостың 54 сюжеты бар. Уның мәғлүмәттәре буйынса, Добрыня Никитич уларҙың алтыһының төп геройы булып тора (Азбелев төҙөгән индекс буйынса No 14-19[2]).

14. Илья Муромец менән Добрыняның алышы

15. Добрыня һәм Бәрейҙе (Нечистая) эҙәрлекләү (риүәйәттә унынсы быуат ваҡиғалары тасуирлана, йәнәһе, Добрыня унда булған)

16. Добрыня менән Йылан (күпселек варианттарҙа Добрыня Йылан менән һуғышып ҡына ҡалмай, шулай уҡ кенәз Владимирҙың туғаны Забава Путятичнаны әсирлектән азат итә)

17. «Добрыня и Маринка»[3][4][5]

18. Добрыня һәм Настасья

19. Добрыня һәм Алеша («Добриня юлда», «Добрыня үҙенең ҡатынының туйында»)

20. Добрыня һәм Василий Казимирович

Ҡайһы бер сюжеттарҙың варианттары тиҫтәләрсә (№ 15, 18, 19, 24 айырыуса билдәле). 16-сы һәм 17-се сюжеттар айырым яҙмаларҙа ғына билдәле.

Дунай Иванович тураһындағы эпостарҙа Добрыня Никитич төп урында тора (Азбелев төҙөгән индекс буйынса № 23 һәм 24).[9])[6]).

24. Дунай Ивановичтың Добрыня Никитич менән алышы

25. Дунай Иванович — димсе (Дунай менән Добрыня кенәз Владимирға кәләш табалар)

Характеры һәм прототибы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Добрыня образы былиналарҙа сағыу бирелгән. Ҡыйыу һәм ҙур физик көскә эйә, шул уҡ ваҡытта «белеме» — йәғни әҙәплелек һәм дипломатия менән айырылып тора. Ул «12 телдә һөйләшкән һәм ҡоштоң һөйләшеүен белгән»[7].

Добрыня Никитич исеме менән бәйле сюжеттарҙы тикшереү был герой тураһында түбәндәге һығымталар яһарға мөмкинлек бирә.

Татарҙарға тиклемге осорҙа кенәз Владимир I Святославовичтың туғаны һәм воеводаһы Добрыня тасуирланған легендалар һәм йырҙар була. Добрыни Никитичтың исеменә беркетелгән иң боронғо мотив — уның йылан менән көрәшсе һәм ҡоҙа булараҡ роле. Ике сюжетта ла ҡайһы бер тарихи ваҡиғаларҙың булыуы ихтимал.

Йылан менән бәйле тәүге сюжет төньяҡта, Новгород ерендә эшкәртелгән булырға тейеш[8].

Бәлки, Добрин Никитичтың Владимирға ҡатын (Рогнеданы) эҙләүе тураһындағы төп эпос төньяҡта барлыҡҡа килгәндер, ә һуңынан Киев циклына инеүе бар. Добрыня Никитичтың юлда булыуы тураһындағы былина көнсығыш әкиәте менән бәйле.

Былиналар буйынса Добриня Никитич Рязань ҡалаһынан. Шуға күрә ҡайһы бер тикшеренеүселәр, мәҫәлән, М. Г. Халанский, Владимир менән бер рәттән геройҙың тағы бер прототибы бар, тип иҫәпләй. Липица һуғышы һәм Калка һуғышы тураһында һөйләгән йылъяҙмаларҙа телгә алынған «Алтын билбау» (Золотой Пояс) ҡушаматлы Рязань яугире — Добрыня. Добрыня- Алтын билбауҙың тыуған һәм ерләнгән урынында, Шилов районында, геройға һәйкәл ҡуйылған һәм йыл һайын «Добрыня даны» фестивале үткәрелә[9].

Образы мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Добрыня хөрмәтенә аталған объекттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Добрыня Никитич — Норденшельд архипелагы утрауы.
  • Добрыня Никитич — Итуруп утрауындағы Грозный һырты тауы, Оло Курил теҙмәһендә.
  • Добрыня Никитич — британдар төҙөгән Рәсәй боҙватҡысы.
  • «Добрыня Никитич» тибындағы порт боҙватҡысы — совет караптары проекты.
  • «Добрыня Никитич» — «Прикамье» йылға пассажир судноһының элекке исеме, «Родина» тибына ҡарай.

Музыка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1818 йылда композиторҙар Катерино Кавос һәм Фердинандо Антонолини «Добрыня Никитич, йәки ҡот осҡос йоҙаҡ» («Добрыня Никитич, или Страшный замок») операһын яҙа.
  • А. П. Бородиндың «Батырҙар» опера-фарсы персонажы.
  • Александр Серовтың «Рогнеда» операһы персонажы
  • 1901 йылда композитор Александр Гречанинов «Добрыня Никитич» операһын яҙа.

Һынлы сәнғәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәссам В. П. Верещагин бөйөк кенәз Владимир Александровичтың һарайы, хәҙер Санкт-Петербургтағы Ғалимдар йорто, өсөн «Добрыняның Змей Горыныч менән алышы» тигән картина яҙған.
  • 1898 — «Баһадирҙар» (авторы Виктор Васнецов).
  • 1918 — «Ете башлы Йылан Горыныч менән Добрыни Никитич алышы» (авторы Виктор Васнецов).
  • СССР флагы 1941 — «Добрыня Никитич Забава Путятичнаны Змей Горынычтан азат итә» (авторы — Иван Билибин).
  • СССР флагы 1974 — «Добрыни Никитичтың Йылан менән алышы» (авторы — Константин Васильев).
  • СССР флагы 1976 — «Добрыня һәм Йылан» (серия иллюстраций, автор Иван Архипов).
  • Рәсәй флагы 2002 — «Добрыня Никитич» (авторы — Станислав Москвитин).
  • Рәсәй флагы 2017 — «Добрыня Никитич» (һүрәттәр серияһы, авторы — Степан Гилев).

Фильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР флагы 1956 — «Илья Муромец», режиссёр Александр Птушко, Добрыня ролендә Георгий Дёмин.
  • Рәсәй флагы 2005 — «Сага древних булгар. Лествица Владимира Красное Солнышко», Добрыня ролендә — Леонид Куравлев.
  • Рәсәй флагы 2004 — «Чудеса в Решетове», Добрыня ролендә — Вячеслав Руднев.
  • Рәсәй флагы 2010 — «Приключения в Тридесятом царстве», Добрыня ролендә — Андрей Бронников.
  • Рәсәй флагы 2011 — «Реальная сказка», Добрыня ролендә — Павел Климов.
  • Рәсәй флагы 2014 йылдың 28 июнендә «Земля Героев» документаль телесериалдың премьераһы була, ул Добрыня тураһында.
  • Рәсәй флагы 2017 йылда «Последний богатырь» фильмы, Добрыни Никитич ролен Дятлов Евгений Валерьевич башҡара.
  • Украина 2017 йылда «Сторожевая застава» украин мажаралы фильм-фэнтезиһы донъя күрә, Добрыни Никитич ролендә — Александр Комаров.

Мультфильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР флагы 1965 — «Союзмультфильм» студияһында «Добрыня Никитич» йәнһүрәте төшөрөлә.
  • Рәсәй флагы 2006 — «Добрыня Никитич һәм Змей Горыныч» (режиссеры Илья Максимов, Добрыняны Валерий Соловьёв уҡып ишеттерә).
  • Рәсәй флагы 2006 — «Князь Владимир» йәнһүрәте. (режиссёр — Юрий Кулаков, Добрыняны Валерий Соловьёв уҡып ишеттерә).
  • Рәсәй флагы 2010 — «Три богатыря и Шамаханская царица» (режиссёр — Сергей Глезин, Добрыняны Валерий Соловьёв уҡып ишеттерә).
  • Рәсәй флагы 2012 — «Три богатыря на дальних берегах» (режиссёр — Константин Феоктистов, Добрыняны Валерий Соловьёв уҡып ишеттерә).
  • Рәсәй флагы 2015 — «Три богатыря. Ход конём» (режиссер — Константин Феоктистов, Добрыняны Валерий Соловьёв уҡып ишеттерә).
  • Рәсәй флагы 2016 — «Три богатыря и морской царь» (режиссёр — Константин Феоктистов, Добрыняны Валерий Соловьёв уҡып ишеттерә).
  • Рәсәй флагы 2017 — «Три богатыря и принцесса Египта» (режиссёр — Константин Феоктистов, Добрыняны Валерий Соловьёв уҡып ишеттерә).
  • Рәсәй флагы 2018 — «Три богатыря и наследница престола» (режиссёр — Константин Бронзит, Добрыняны Валерий Соловьёв уҡып ишеттерә).
  • Рәсәй флагы 2020 — «Конь Юлий и большие скачки» (режиссерҙар — Дарина Шмидт һәм Константин Феоктистов, Добрыняны Валерий Соловьёв уҡып ишеттерә).
  • Рәсәй флагы 2021 — «Три богатыря и конь на троне» (режиссёрҙар — Дарина Шмидт һәм Константин Феоктистов, Добрыняны Валерий Соловьёв уҡып ишеттерә).

Видеоуйындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алёша Попович и Тугарин Змей (2005; Рәсәй)
  • Добрыня Никитич и Змей Горыныч (2006; Рәсәй)
  • Илья Муромец и Соловей-Разбойник (2007; Рәсәй)
  • Три богатыря и Шамаханская царица (2010; Рәсәй)
  • Три богатыря. Ход конём (2014; Рәсәй)
  • Три богатыря. Приключения (2018; Рәсәй)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Как по числу связанных с его именем былинных сюжетов, так и по числу записанных от разных сказителей вариантов, что может быть доказано обращением к указателю: Азбелев С. Н. Историзм былин и специфика фольклора. Л.: Наука, 1982. — С. 278—288.
  2. Азбелев С. Н. Историзм былин и специфика фольклора. Л.: Наука, 1982. — С. 285—287.
  3. Козловский С. В. Отражение древнерусской социальной практики в былине «о Добрыне и Маринке» 2020 йылдың 20 сентябрь көнөндә архивланған. // Вестник Удмуртского университета. 2016. Том 26. Вып. 4.
  4. Лестев А. В. Добрыня и Маринка. Выявление древнего мифа, лежащего в основе былины 2017 йылдың 9 август көнөндә архивланған. // Язык и текст langpsy.ru. 2014. № 2.
  5. Жуйкова М. В. Зачем Маринка сожгла следы Добрыни? (заметки о происхождении любовной магии) 2021 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған. // Антропологический форум. 2006 № 4
  6. Азбелев С. Н. Историзм былин и специфика фольклора. Л.: Наука, 1982. — С. 288.
  7. Нефедов Г. Ф. Севернорусские говоры как материал для истории // Учёные записки Ленинградского ун-та. Серия филологич. наук. Вып. 2. № 33. Л., 1939. С. 258—259)
  8. См. Вс. Миллера, «Материалы для истории былинных сюжетов», X, «К былинам о Д.-змееборце», в «Этнографическом Обозрении», кн. XV, стр. 129—131.
  9. Мемориал Добрынин курган - Культура Шиловского района. shilovo-kyltyra.ru. Дата обращения: 6 сентябрь 2021. Архивировано 6 сентябрь 2021 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]