Донъя тарафтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Донъя тарафтары
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә география
Ҡапма-ҡаршыһы второстепенное направление[d]
 Донъя тарафтары Викимилектә

Донъя тарафтары, Донъя яҡтары (йәки горизонт яҡтары[1]) — навигацияла Ҡояштың Ерҙәге күк йөҙө буйлап хәрәкәтенә ҡарата дүрт төп йүнәлеш.[2]

Географияла 4 төп йүнәлештең береһе: Төньяҡ, Көньяҡ, Көнбайыш, Көнсығыш).[3] Күпселек илдәрҙә төньяҡ географик карталарҙа ғәҙәттә өҫтә була.

Билдәләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шестнадцатилучевая роза ветровТөньяҡКөньяҡКөнбайышКөнсығышСеверо-востокЮго-востокЮго-западСеверо-западСевернее северо-западаЗападнее северо-западаЗападнее юго-западаЮжнее юго-западаЮжнее юго-востокаВосточнее юго-востокаВосточнее северо-востокаСевернее северо-востока
Шестнадцатилучевая роза ветров

Схемаларҙа, карталарҙа, компастарҙа һәм башҡа инструменттарҙа донъя яҡтары билдәләнгән:

Халыҡ-ара карталарҙа донъя тарафтары (Төньяҡ, Көньяҡ, Көнбайыш, Көнсығыш) һәм йүнәлештәр латин билдәләре менән билдәләнә: N, S, O, E (Nord, Sud, Ovest, Est. Уҡыла Норд, Зуд, Овест, Эст).

Географик карталарҙа инглиз атамалары йышыраҡ ҡулланыла (ошо тәртиптә: ингл. North, South, West, East).

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ һәм көньяҡ йүнәлештәре Ер полюстары менән билдәләнә, ә көнсығыш һәм көнбайыш (планетаның үҙ күсәре тирәләй әйләнеүе менән бәйле) Ҡояштың күтәрелеүе һәм байыуы менән билдәләнә. Борон-борондан кеше яҡынса көньяҡ йүнәлеште Ҡояштың кульминацияла торошо буйынса, көнсығыш йүнәлеште Ҡояштың сығыу урыны буйынса, ә көнбайыш йүнәлеште ҡояш байыу урыны буйынса билдәләгән; төньяҡ йүнәлеште (Төньяҡ ярымшарҙа) Поляр йондоҙ буйынса билдәләгәндәр.

Хәҙерге географик карталарҙа төньяҡ тараф, ғәҙәттә, өҫтән тора: был осраҡта көньяҡ аҫтан, көнбайыш һулдан, ә көнсығыш уңдан. Боронғо, ә ҡайһы берҙә хәҙерге карталарҙа өҫтә көньяҡ йәки көнсығыш урынлашыуы ихтимал.

Йондоҙло күк йөҙө карталары, ҡағиҙә булараҡ, күк көмбәҙе (күк сфераһы) күҙәтеүсе аҫтында түгел, ә өҫтөндә урынлашҡан итеп һүрәтләнә. Шул уҡ ваҡытта күк экваторы йүнәлешендә ҡараған күҙәтеүсе өсөн алда көньяҡ, арттан төньяҡ, һулдан көнсығыш һәм уңдан көнбайыш төшөрөлә.

Кеше арауыҡта ориентирлашыуында шулай уҡ дүрт яҡ принцибы ҡулланыла: «алда», «артта», «һулда», «уңда». Был осраҡта йүнәлеш билдәһеҙ була, яҡтар кеше тоған урын менән билдәләнә.

Дүрт яҡлы ориентирлашыу принцибы кеше тирә-яҡ донъяны танып белеүҙә мөһим этап була. Тәре матдиләштерелгән дүрт донъя тарафы..

Дүрт яҡ принцибы күп халыҡтарҙың фольклорында, ғөрөф-ғәҙәттәрендә, шул иҫәптән славян халыҡтарының дини йолаларында сағыла:

  • «пойти на все четыре стороны» (дүрт яғың ирекле);
  • Триполь дүрт өлөшлө ҡорбан килтереү урындары үҙҙәренең дүрт тәреһе менән яҡтылыҡтың яҡтарына йүнәлтелгән була, хатта был йүнәлеш йорт диуарҙары менән айырылһа ла. 

Төньяҡ, көньяҡ, көнбайыш, көнсығыш йүнәлештәрен дүрт йүнәлешкә бүлеүҙән тыш, йүнәлеш биреү мәсьәләләре үҫешеү менән аралыҡ йүнәлештәренә өҫтәмә бүлеүҙәр индерелә: төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ- көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡҡа-көнсығыш; бөтәһе һигеҙ йүнәлеш була. Артабан түбәндәге аралағы бүлкәттәр индерелә: төньяҡ-төньяҡ-көнбайыш, көнбайыш-төньяҡ-көнбайыш һ. б. йүнәлештәр һанын 16-ға еткерә. Аралыҡ йүнәлештәре сираттағы тапҡыр тарҡалғандан һуң, был процесс 32 рюмб индерелеү менән тамамлана.

Донъяның яҡтарын символлаштырған төҫтәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡҡа күрһәткән компастың магнит уғы ҡыҙыл төҫтә була.

Шартлы билдәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя яҡтарын билдәләү өсөн йыш ҡына 4 латин хәрефе ҡулланыла: N, S, E, W (инглиз телендә донъя яҡтары атамаларының тәүге хәрефтәренә тап килә: — North, South, East, West, йәғни Төньяҡ, Көньяҡ, Көнсығыш, Көнбайыш), йәки С, Ю, В, З (урыҫ телендә донъя яҡтарының атамаларының беренсе хәрефтәргә тап килә — Север, Юг, Восток, Запад).

Бынан тыш, Рәсәй диңгеҙ навигацияһы тарихында оҙайлы ваҡыт донъя яҡтарын билдәләү өсөн немец атамалары йыш ҡулланыла (шулай уҡ бөгөнгө көнгә тиклем ҡулланыла) Nord, Süd, Ost, West (Норд, Зюйд, Ост, Вест).

Был, моғайын, XVIII быуат башында, Рәсәй империяһының диңгеҙ флоты барлыҡҡа килгән саҡта, урыҫ теленә күп терминдар, билдәле булыуынса, нидерланд теленән килгән, ә донъяның ундағы яҡтары түбәндәге атамаларға эйә, күп осраҡта туғандаш немец атамаларына эйә: N ː noord (норд), O ː oost (ост), Z ː zuid (ййд), W вест. west).

Шулай уҡ ҡарағаҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ел йүнәлештәре
  • Донъя ҡитғалары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Стороны горизонта в БСЭ.
  2. Стороны горизонта в БСЭ.
  3. Словарь по географии.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Донъя тарафтары
  Төньяҡ  
Көнбайыш Көнсығыш
  Көньяҡ