Дорофеева Валентина Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дорофеева Валентина Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Боғорослан районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 август 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Әлмәт, Татарстан Республикаһы, Рәсәй
Һөнәр төрө промышленник
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Даны ордены орден Трудовой Славы II степени орден Трудовой Славы III степени

Дорофеева Валентина Александровна (24 июль 1937 — 3 август 2018) — совет нефть сәнәғәте алдынғыһы, СССР Нефть сәнәғәте министрлығы «Әлмәтнефть» нефть-газ сығарыу идаралығының Тихонов тауар паркында № 1 нефть әҙерләү һәм нефть ҡыуыу цехының өлкән операторы,Татар АССР-ы Әлмәт ҡалаһы, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылда Ырымбур өлкәһе Боғорослан районы Яңы Кудрино ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу алдынан әсәһен юғалта. Атаһы фронтҡа китә һәм 1942 йылда һәләк була. Валентина һәм уның һеңлеһе етем ҡала. Уларҙы атаһының өс балалы бер туған апаһы үҙ ҡарамағына ала.

Мәктәпте тамамлағас, Валентина Боғорослан нефть техникумына уҡырға инә. 1956 йылда уҡыуын тамамлай. 1956 йылдың 1 августында «Әлмәтнефть» 1-се нефтепромыселына нефть сығарыу операторы булып хеҙмәт юлын башлай. Бында 31 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға. 1963 йылда Тихонов тауар паркында операторҙар звено етәксеһе була. КПСС ағзалығына инә.

1976 йылдан алып 1984 йыл дауамында № 1 НГДУ «Әлмәтнефть» производствоһының нефтте комплекслы әҙерләү һәм ҡыуыу цехында партия ойошмаһы секретары була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 21 апреле Указына ярашлы III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 2 мартындағы Указына ярашлы II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

1986 йылдың 29 апрелендә нефть сәнәғәте продуктын арттырыу өсөн социалистик йөкләмәләрҙе һәм планды үтәүҙә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы ның 1986 йылдың 29 апрелендәге Указына ярашлы I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Валентина Александровна Дорофеева Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры була.

Хаҡлы ялға 1987 йылда сыға[1].

2018 йылдың 3 авгусында вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әлмәт ҡалаһының Геойҙар Аллеяһында Дорофеева Валентина Александровнаға бюст ҡуйылған.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Социалистического Труда и полные кавалеры ордена Трудовой Славы — наши земляки. — Казань, 2003.
  • Ежова С. В. Имя твоё — подготовщик. Набережные Челны, Новости мира, 2006.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]