Эстәлеккә күсергә

Доценко Нина Яковлевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Доценко Нина Яковлевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 апрель 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Краснодар крайы, РСФСР
Ленинградский район[d], Краснодар крайы, РСФСР
СССР
Вафат булған көнө 5 май 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (96 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Доценко Нина Яковлевна (17 апрель 1922 йыл — 5 май 2018 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Нина Яковлевна Доценко (ҡыҙ фамилияһы Герман) 1922 йылдың 17 апрелендә Совет Рәсәйенең Октябрь ҡасабаһында, хәҙер Краснодар крайының Ленинград районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1934 йылда урындағы «Икенсе биш йыллыҡ» сусҡасылыҡ совхозында ябай эшсе булып башлай, унда 1936 йылдан алып сусҡа ҡараусы булып эшләй. 1940 йылда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тракторсылар курсын тамамлағандан һуң, Нина Герман тракторсы булып эшләй.

Һуғыш тамамланғандан һуң, 1947 йылда иген үҫтереү буйынса баҫыусылыҡ звеноһын етәкләй, ул 1948 йылда эш йомғаҡтары буйынса 43,6 гектар майҙанда 32,2 центнер бойҙай уңышы ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 11 майындағы указы менән 1948 йылда юғары бойҙай уңышын алғаны өсөн Герман Нина Яковлевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Кейәүгә сығып, Нина Яковлевна Доценко 1950 йылдан алып «Икенсе биш йыллыҡ» совхозының иген келәтендә пенсияға киткәнсе эшләй. Хаҡлы ялда булып, тыуған Октябрь ҡасабаһында йәшәй (2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса).[1][2]

КПСС ағзаһы була, миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы бар, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ була.[3]

Ветеран 2018 йылдың 5 майында вафат була.

  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края
  • Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.