Дубровка (Бөрө районы)
Дубровка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Осиновка ауыл советы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 20 июль 2005 |
Дубровка (рус. Дубровка) — Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Осиновка ауыл Советы составындағы 2005 йылда бөтөрөлгән ауыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дубровка ауылы Бөрөнән Осиновкаға барған автомобиль юлына яҡын, райондың әһәмиәте буйынса икенсе урында торған Бөрө йылғаһына уның һул ҡушылдығы Кутькина ҡойған ерҙә урынлашҡан[1].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы[2] (1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата):
— район үҙәгенә (Бөрө) тиклем: 11 км,
— ауыл Советы үҙәгенә (Осиновка) тиклем: 5 км,
— яҡындағы тимер юл станцияһына (Загородный) тиклем: 67 км. Дубровка ауылына яҡын ятҡан ауылдар: Осиновка, Ямаш, Лежебоково ауылдары.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға атамаһы урыны буйынса бирелгән[3][4]. Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законында былай тип әйтелә:
4. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы бөтөрөргә:
10) Бөрө районында:
а) Баженов ауыл Советының Гребени ауылын;
б) Осиновка ауыл Советының Дубровка ауылын;
в) Осиновка ауыл Советының Ялғаш ауылын.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ауылда 248 кеше йәшәгән; күпселек халыҡ урыҫтар[2].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. с. 348—430. С. 99
- Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан / Ф. Г. Хисамитдинова, З. А. Сиразетдинов. — Уфа : Китап, 2001. — 317, [2] с.; 21 см; ISBN 5-295-02981-6 С.88
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
- ↑ 2,0 2,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.99
- ↑ Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан, С.88
- ↑ Тугузбаева О. В. Словарь топонимов города Бирска и Бирского района Республики Башкортостан. — Уфа, 2011. — 75 c. С.40