Эстәлеккә күсергә

Дунаев (Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дунаев
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Краснокама районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата билдәһеҙ
Карта

Дунаев (Кусаков) — Башҡортостан Республикаһының Краснокама районындағы юҡҡа сыҡҡан ауылы.

Нефтекама ҡалаһы үҙәгенән 9 км көньяк-көнсығышта, Ҡотло ауылынан 2,5 км алыҫлыҡта, Петнур ауылынан 3,5 км алыҫлыҡта,Ҡырым-Һарай ауылынан 4 км төньяҡ-көнсығышта, Ҡарый ауылынан 4 км төньяҡ-көнбайышта, Ижевсктан 114 км көньяҡ-көнсығышта һәм Өфөнән 177 км төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан.

1811 йылда — Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙенең Касевский улусы (1865 йылдан алып — Өфө губернаһы) составында. 1811 йылдағы ревизия буйынса Дунаев ауылында 43 ир енесендәге кеше йәшәгән. 1816 йылдағы ревизия буйынса — 94 кеше (40 ир-ат һәм 54 ҡатын-ҡыҙ). 1834 йылда Дунаевта 154 удел крәҫтиәне (67 ир-ат һәм 87 ҡатын-ҡыҙ) булыуы иҫәпкә алынған. 1850 йылда — 185 кеше (87 ир-ат һәм 98 ҡатын-ҡыҙ). 1869 йылда — 46 хужалыҡ, 262 кеше (130 ир-ат һәм 132 ҡатын-ҡыҙ). Ауылда часовня, 4 тирмән (1 һыу һәм 3 ел тирмәне) эшләй. 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса — Бөрө кантонының Калегин улусы составында; 103 хужалыҡта 528 кеше (258 ир-ат һәм 270 ҡатын-ҡыҙ) була. Урыҫтар күпселекте тәшкил итә. 1925 йылда Дунаевта 102 хужалыҡ була.

Топографик карталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Лист карты O-40-133. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.