Ҡырым-Һарай (ауыл)
Ҡырым-Һарай — Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округындағы ауыл.
Ауыл | |
Ҡырым-Һарай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ҡайынлыҡ йылғаһы (Каманың һул ҡушылдығы) буйында, Нефтекама ҡалаһынан 6 км көньяҡта урынлашҡан. Өфөгә тиклем алыҫлыҡ 187 км.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1782—1796 йылдарҙа Өфө наместниклығының Өфө өлкәһе Бөрө өйәҙендәге ауыл. 1796—1865 йылдарҙа Ырымбур губернаһы составында. XIX быуатта Бөрө өйәҙенең Касев олоҫона ингән. 1865 йылда Ырымбур губернаһының бер өлөшөнән Өфө губернаһы төҙөлә, Бөрө өйәҙендәге Ҡырым-Һарай уның ҡарамағына күсә. 1922—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Бөрө кантонының Калегин олоҫона ҡарай. 1930 йылда яңы бүленеш буйынса Краснокама районына инә. 1932 йылда был район Ҡалтасы районына ҡушыла. 1935 йылда район ҡабат Ҡалтасы һәм Краснокама райондарына бүленә, 1962 йылда икенсе тапҡыр берләштерелә. 1972 йылда Краснокама районы тағы тергеҙелә һәм Ҡырым-Һарай ауылы ла унда инә. 2006 йылда ауыл Нефтекама ҡалаһы ҡала округына индерелә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
273 |
1969 йылда Ҡырым-Һарай ауылы халҡы 433 кешенән торған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://ufagen.ru/places/krasnokamskiy
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.