Дуҫлыҡ баҡсаһы (Санкт-Петербург)
Дуҫлыҡ баҡсаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 2003 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
...дән бүләк | Шанхай[1] |
Дуҫлыҡ баҡсаһы Викимилектә |
Дуҫлыҡ баҡсаһы — рус. Сад дру́жбы - Санкт-Петербургтағы Литейный проспектындағы № 15-17 һанлы йорттар янында урынлашҡан баҡса.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡса 2003 йылдың май айында ҡаланың өс йөҙ йыллығын байрам итеү айҡанлы Санкт-Петербургтың туғандаш ҡалаһы Шанхайҙан бүләк итеп атап нигеҙ һалына.[2] Санкт-Петербург губернаторы Владимир Яковлев уны "Дуҫлыҡ баҡсаһы" тип атаған. Баҡса Шанхайҙағы Юй Юань баҡсаһының («Шатлыҡ баҡсаһы») кесерәйтелгән күсермәһе итеп эшләнгән
Баҡса ике мең квадрат метрҙан артыҡ майҙанды алып тора. Уның территорияһында «Туғыҙ аждаһа диуары», «Дуҫлыҡ пагодаһы», уның эргәһендә фонтан ҡоролған бәләкәй генә яһалма һыу ятҡылығы өҫтөндә таш күпер урынлашҡан. Ҡытай баҡса тәртип-низамы буйынса, баҡса территорияһында урынлашҡан төрлө рәүешле таштар миниатюр тау һырттары иллюзияһын тыуҙыра. Баҡса ҙур булмаған ҡарағайҙар, талдар һәм алмағастар менән биҙәлгән. Бынан тыш, баҡсала бер япон сакураһы ағасы үҫә [3]
Баҡса булдырыу өсөн кәрәкле бөтә материалдар Шанхайҙан килтерелгән [4].
Владимир Яковлев баҡсаны төҙөүселәргә «Һеҙҙең исемдәрегеҙ Рәсәйҙең төньяҡ башҡалаһын төҙөүселәрҙең маҡтаулы исемлегенә индерелде» тип яҙылған почет грамоталары тапшырған.[5]
Туғыҙ аждаһа диуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диуар Ҡытайҙың яуыз рухтарҙы ҡыуып таратыусы изге йән эйәләре һыны - туғыҙ аждаһа һыны менән биҙәлгән. Аждаһалар керамиканан эшләнгән һәм төҫлө глазурь менән ҡапланған.
Дуҫлыҡ пагодаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пагода сәй церемонияһы һәм асыҡ һауала медитация өсөн тәғәйенләнгән. Уға ингән ерҙә ике арыҫлан һыны урынлашҡан, Улар азия стилендә эшләнгән һәм ши-цзаға .оҡшап тора
Баҡса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡсаны«тай ху ши» тип аталған таштар биҙәй, улар Көньяҡ Ҡытайҙа урынлашҡан. Тайху күленән алыпкиленгән. Баҡсалағы ағастар, Ҡытай баҡсаларындағы кеүек үк , ҡупшылыҡ өсөн ҡырҡылмайподстригаться түгел.
-
Дуҫлыҡ пагодаһы
-
Арыҫландарҙың береһе
-
Баҡса: таштар һәм күпер
-
Сакура сәскә атҡанда
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.fontanka.ru/2003/05/29/48955/
- ↑ Шанхай подарил Петербургу «Сад дружбы» — Новости Санкт-Петербурга — Фонтанка.Ру
- ↑ В Петербурге зацвела сакура — Фонтанка.Ру
- ↑ Шествие львов . Дата обращения: 23 март 2008. Архивировано 1 июнь 2008 года. 2008 йыл 1 июнь архивланған.
- ↑ Китайский садик — подарок Шанхая к юбилею 300-летия Санкт-Петербурга Жэньминь Жиба 2005 йыл 19 ноябрь архивланған.