Эстәлеккә күсергә

Дүрринев Ҡатын-әфәнде

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дүрринев Ҡатын-әфәнде
төр. Dürrinev Kadın Efendi
Дүрринев Ҡатын-әфәнде
 
Тыуған: 15 март 1835({{padleft:1835|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Батуми, Ғосман империяһы
Үлгән: 1892/1895
Истанбул, Ғосман империяһы
Ерләнгән: Мәхмүт II кәшәнәһе
Исеме: Мелек Дзяпш-Ипа
Атаһы: Махмуд Дзяпш-Ипа
Әсәһе: Халиме Чхотуа
Ире: Абдулғәзиз
Балалары: Йософ Ғиззәтдин-әфәнде
Сәлихә солтан

Дүррине́в Ҡаты́н-әфәнде (төр. Dürrinev Kadın Efendi[2][3]), шулай уҡ Дүррүне́в Ҡаты́н-әфәнде (төр. Dürrünev Kadın Efendi[4][5]; 15 март 1835, Батуми — 1892/1895, Истанбул) — ғосман солтаны Абдулғәзиздең баш ҡатыны (баш ҡатын-әфәнде) һәм уның ике балаһының әсәһе. Ире тәхеттән ҡолатылғандан һуң, Фәрийә һарайында йәшәй, шунда 60 йәшендә вафат була.

Бала сағы һәм йәшлек йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүрринев Ҡатын-әфәнде 1835 йылдың 15 мартында тыуған[2][5][4]. Һарай яны ханым Әмиә Нәзикәдә Ҡатын-әфәнде һәм Дүрриневтең туғанының ейәнсәр тиңендәге ҡыҙы Ләйлә Ачбаның (Leyla Açba) «Черкес кенәз ҡыҙының солтан һәрәме тураһында иҫтәлектәре» китабында һүрәтләнгән хәтирәләре буйынса, Дүрринев Батумиҙа абхаз кенәзе Мәхмүт Дзяпш-Ипа һәм уның Чхотуа кенәз ырыуына ҡараған ҡатыны Хәлимәнең ғаиләһендә донъяға килгән. Тыуғандағы исеме Мелек Дзяпш-Ипа була. Мелектың тағы ике һеңлеһе — Әйшә (1838—1901)[6] һәм Әлиә була[7]. Бынан тыш, Һарун Ачбаның «Солтан ҡатындары: 1839—1924» китабына ярашлы, әсәһе яғынан Дүрринев Мәһмәт V-нең дүртенсе ҡатыны Назпәрүәр Ҡатын-әфәндегә апай тейешле тура килгән[8].

Үҫмер сағында һеңлеһе Әйшә Мәләк менән, икеһе лә, солтан һарайына Абдулмәжит I-нең баш ҡатыны Сәрүәтсәзе Ҡатын-әфәндегә хеҙмәткә бирелә. Нәҡ Сәрүәтсәзә ҡыҙҙарға Дүрринев һәм Кәмалефәр тигән яңы исемдәр бирә[9][7]. Һуңыраҡ Әйшә Кәмалефәр черкес кенәзе Омер Ачбуға кейәүгә сыға һәм һарайҙан китә, уларҙың биш балаһы була. Әйшәнең ике улы Мәһмәт Рәфиҡ бей һәм Номан бей Абдулхәмит II-нең һарайында хеҙмәт итә, ә ҡыҙы Жәүиҙән Дүрриневтең берҙән-бер улы Йософ Ғиззәтдин-әфәндегә кейәүгә сыға[10]. Ғосман һарайында Дүрринев һынлы сәнғәт һәм фортепианола уйнау менән мауыға, шулай уҡ француз телен өйрәнә[7].

Солтан Абдулғәзиз, Дүрриневтең хәләл ефете

Буласаҡ солтан Абдулғәзиз менән Дүрринев уның Сәрүәтсәзәгә визиттарының береһендә, Дүрриневкә 21 йәш була. Абдулғәзиз Сәрүәтсәзәнән Дүрриневты кейәүгә биреүен үтенә, әммә тегеһе башта тәрбиәләнеүсеһен буласаҡ солтанға биреүҙән баш тарта, һуңынан шулай ҙа ризалаша. Никах 1856 йылдың 20 майында Долмабахче һарайында теркәлә[6][7]. Дүрринев Абдулғәзиздең тәхеткә ултырғанға тиклем никахлашҡан берҙән-бер ҡатыны була. Дүрринев ике баланың: улы Йософ Ғиззәтдин-әфәнде (1857—1916) һәм ҡыҙы Сәлихә солтандың (1862—1941) әсәһе.[5][11].

1861 йылда Абдулғәзиз тәхеткә ултырғандан һуң, Дүрринев солтандың баш ҡатыны — башҡатын-әфәнде титулын ала[4]. Баш ҡатын статусында Дүрринев һарай сараларында ҡатнаша: мәҫәлән, 1868 йылдың октябрендә Дүрринев Франция император ҡатыны Евгения де Монтихо менән[3], ә бер йылдан һуң — Уэльс парының Истанбулға сәфәре барышында Уэльс принцессаһы Александра Датская менән осраша[12]. Инглиз яҙыусыһы һәм ҡатын-ҡыҙ мәғарифын яҡлаусы Мария Джорджина Грей (Maria Georgina Grey) Уэльс принцы менән принцессаһының сәфәре ваҡытында Дүрриневты былай тип тасуирлай: «Солтандың тик бер генә ҡатыны бар, һәм уға, солтандың әсәһе алдында, уларҙың этикеты буйынса, һөйләргә рөхсәт ителмәй, һәм беҙҙең килеүебеҙ хөрмәтенә генә ул иҙәндә ултырманы… Йәш солтан ҡатынының) йөҙө бик матур, беҙҙең баһалау буйынса нескә, әммә бында уға әллә ни һоҡланып ҡарамайҙар ине. Ул Европа стилендә: селтәр (кружево) менән биҙәлгән, оҙон шлейфлы, һәм яурындары аша Төрөк йондоҙо төшөрөлгән таҫма һалынған оҙон киске күлдәк кейгән, ҡыҫҡаһы, ул һәр бер Европа батша ҡыҙы кейемендә ине»[13]. Императрица Евгения иһә Дүрриневкә хайран ҡала: ул үҙенең матур һәм модалы кейеме менән һоҡландыра, ә уның һыны, ҡарашы һәм йөрөшө нәзәкәтлек, күркәмлек менән һуғарылған[3].

1876 йылдың 29 майынан 30-ына ҡарай төндә солтан Әбделғәзиз тәхеттән ҡустыһының улы Мурат V тарафынан тәхетенән ҡолатыла һәм икенсе көндө ғаиләһе менән Фәрийә һарайына күсерелә[14]. Шул уҡ ваҡытта яңы солтандың һәм уның әсәһе вәлиҙә Шәүкәфза-солтандың бойороғо буйынса, Абдулғәзиз ғаиләһенең башҡа ағзалары кеүек үк, Дүрриневте лә темтейҙәр һәм бөтөн байлыҡтарын тартып алалар[15]. 4 июндә Дүрриневтең иренең кәүҙәһе серле шарттарҙа үле килеш табыла: ҡолатылған солтан, беләҙек ҡан тамырҙарын киҫеп[16] үҙ-үҙенә ҡул һалған, тип рәсми иғлан ителгән[17], ләкин 1881 йылдағы артабанғы тикшереү уны үлтереүҙәрен күрһәтә[18]. Һарун Ачба һүҙҙәренсә, Дүрриневтең йоҡо бүлмәһе хәләл ефете үлтерелгән бүлмә өҫтөндә урынлашҡан була, һәм, башҡатын Абдулғәзиздең үле кәүҙәһен күргәс тә, ул иҫен юғалта. Һуңыраҡ Дүрринев, тормош иптәшенең үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн, судҡа килтерелә. Фәрийәгә ҡайтҡас, Дүрринев ғаиләһенә, солтандың тол ҡатыны булараҡ, судта уға бер тамсы ла хөрмәт күрһәтмәүҙәрен һөйләй. Бынан тыш, уны ике һарай яны ханымдары менән яяяябып ҡуялар һәм һарайҙағы бүлмәһенән сығырға рөхсәт итмәйҙәр. Мәрхүм солтандың әсәһе Пәртәүниял солтан һәм уның башҡа ҡатындары ла шундай уҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән[3].

Мурат V бик оҙаҡ идара итә алмай: 1876 йылдың 31 авгусында сираттағы түңкәрелеш һөҙөмтәһендә тәхеткә Абдулхәмит II күтәрелә, ул Абдулғәзиздең ғаиләһенә тотҡонлоҡтан сығырға мөмкинлек бирә. Шуға ҡарамаҫтан, Абдулғәзиздең башҡа тол ҡатындары кеүек үк, Дүрринев һарайҙан йыраҡта, Фәрийә һарайында тыныс шарттарҙа йәшәргә тороп ҡалған[3]. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Абдулғәзиздең баш ҡатыны 1892 йылдың 24 авгусында[5], 7 октябрҙә[4], 1895 йылдың 4[2] йәки 1895 йылдың 7 декабрендә [3] Фәрийәлә вафат була һәм Мәхмүт II кәшәнәһендә ире янында ерләнә[3][19][4].

Абдулғәзиздең Дүрриневтән тыуған ике балаһы тураһында тулыраҡ билдәле[5]:

  • Шаһзадә Йософ Ғиззәтдин-әфәнде (11 октябрь 1857, Истанбул — 1 февраль 1916, шунда уҡ) — 1909 йылдан вафатына тиклем тәхет вариҫы исемен йөрөтә. Дүрт тапҡыр өйләнгән, ике никахынан дүрт бала атаһы була. Йософ Ғиззәтдин, атаһы кеүек үлтерелгән тигән хәбәрҙәр йөрөһә лә, Истанбулдағы виллаһында үҙенә ҡул һалып яҡты донъянан китә[20][4].
  • Сәлихә солтан (Абдулғәзиздең ҡыҙы) (10 август 1862, Истанбул — 1941 йыл тирәһе, Ҡаһирә) — 1889 йылдың 20 апреленән Ҡортзадә Әхмәт Зөлҡәфил-пашаға кейәүгә сыға. Солтанлыҡ ҡолатылғандан һуң, Сәлихә Мысырға ҡыуылып китә, Һәм 1941 йыл тирәһендә вафат була[21][22].
  1. Açba, 2011, p. 109
  2. 2,0 2,1 2,2 Sakaoğlu, 2015, s. 640
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Açba, 2007, s. 85
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Uluçay, 2011, s. 232
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Alderson, 1956, table XLVIII
  6. 6,0 6,1 Açba, 2004, s. 22—23
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Açba, 2007, s. 84
  8. Açba, 2007, s. 172
  9. Açba, 2004, s. 22
  10. Açba, 2007, s. 84 (note 44)
  11. Sakaoğlu, 2015, s. 640—641
  12. Russel, 1869, p. 492
  13. Grey, 1870, pp. 165—166
  14. Küçük, 2006, s. 184
  15. Brookes, 2010, p. 40
  16. Alderson, 1956, pp. 69—70
  17. Brookes, 2010, p. 16
  18. Küçük, Abdülaziz, 1988, s. 184—185
  19. Sakaoğlu, 2015, s. 641
  20. Brookes, 2010, p. 291
  21. Brookes, 2010, p. 289
  22. Uluçay, 2011, s. 234

==

Ҡалып:Добротная статья