Дәүләтшина Гөлсирә Булат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Отсутствует элемент Викиданных

Дәүләтшина Гөлсирә Булат ҡыҙы- 1924 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Дәүләтҡол ауылында донъяға килгән. Табип. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1969). «Почет билдәһе» ордены (1961), «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн. В. И. Лениндың 100 йыллығы уңайынан» миҙалы, «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе (1954) менән бүләкләнгән. Ишембай ҡалаһының почетлы гражданы (1999)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләтшина Гөлсирә Булат ҡыҙы хәҙерге Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында тыуған. 1941 йылдаИшембай 3-сө һанлы урта мәктәпте (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын)тамамлаған. 1941 йылдың 22 июнендә , мәктәптә сығарылыш кисәһе булырға тейеш көндө, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мәктәп директоры уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың күбеһенең яуға китерен аңлап : «Кисәне үткәрергә!»,-тип ҡарар итә. Гөлсирә Дәүләтшинаның класташ егеттәренән 15 егеттең 6-һы һуғыштан кире әйләнеп ҡайтмай. Уҡырға теләге көслө булһа ла, Гөлсирәгә уҡыуын кисектереп тороға тура килә.

1948 йылда ул Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, Ишембайға табип булып ҡайта, ҡала дауаханаһы амбулаторияһы мөдире вазифаһында эш башлай .

1950—1960 йылдарҙа ул Ишембай нефть эшкәртеү заводы здравпункты мөдире ,

1960—1962 йылдарҙа НГДУ «Ишембайнефть» идаралығы медсанчасы баш табибы урынбаҫары,

1962—1983 йылдарҙа НГДУ «Ишембайнефть» идаралығы медсанчасы баш табибы,

1983—1986 йылдарҙа баш табиптың поликлиника эштәре буйынса урынбаҫары,

1986—2008 йылдарҙа Ишембай үҙәк район дауаханаһының физиотерапевты булып эшләй.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ишимбайская энциклопедия,Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, стр.179.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://ishimbaimr.bashkortostan.ru/about/honorary/193382