Ева Яниковски

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ева Яниковски
Исеме:

Ева Этелька Наметта Кучеш

Тыуған көнө:

23 апрель 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Венгрия, Сегед ҡалаһы

Вафат булған көнө:

14 июль 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (77 йәш)

Вафат булған урыны:

Венгрия Будапешт ҡалаһы

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Ижад йылдары:

19572003

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

венгрса

Дебют:

Csip-Csup (1957)

Наградалары:

Венгрияның Кошут исемендәге дәүләт премияһы (2003)

Ева Яниковски (мадьярса  Janikovszky Éva; тыумыштан Ева Этелька Наметта Кучеш; 23 апрель 1926, Сегед — 14 июль 2003, Будапешт) — венгр яҙыусыһы. Донъя телдәренең утыҙҙан артығына тәржемә ителгән балалар өсөн яҙған китаптары менән киң билдәлелек яулаған әҙип[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Будапешта яҙыусы йәшәгән йорт стенаһындағы мемориаль таҡтаташ
Ева Яниковски ҡәбере

Ева Этелька Наметта Кучеш 1926 йылдың 23 апрелендә Венгрияның көньяғында урынлашҡан, ҙурлығы яғынан илдең өсөнсө булған Сегед ҡалаһында тыуған[2]. 19441948 йылдарҙа Сегед университетында философия һәм халыҡ ижадын (фольклор), артабан ике йыл Будапешттағы Лоранд Этвеш исемендәге университетта — философия, психология һәм политэкономия өйрәнә. 1950 йылда уҡыуын тамамлай һәм педагог дипломы ала.

1950 — 1953 йылдарҙа Мәғариф министрлығының уҡыу әсбаптары бүлегендә референт булып эшләй, аҙаҡ дүрт йыл буйына Ifjúsági Könyvkiadó йәштәр китап нәшриәтендәмөхәррир була. Һуңыраҡ Ференц Мор нәшриәтендә баш мөхәррир вазифаһын башҡара.

Csip-Csup тип исемләнгән беренсе китабын Ева Яниковски 1957 йылда баҫтырып сығара. Уның әҫәрҙәре тематик яҡтан башлыса балаларҙың һәм ололарҙың көндәлек кисерештәр һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар фонындағы мөнәсәбәттәренә бағышланған. Яҙыусының ҡайһы бер китаптары буйынса анимацион һәм телефизион фильмдар төшөрөлгән.

Яниковскиҙың күп китаптарына рәсем-һүрәттәрҙе график Ласло Ребер (1920—2001) яһаған.

Әҙип шулай уҡ фильмдар өсөн сценарийҙар яҙа, журналдарҙа эшләй, радио- һәм телетапшырыуҙарҙа даими ҡатнаша.

Ева Яниковски 2003 йылдың 14 июлендә вафат була. Будапешттың Фаркашрети зыяратында ерләнгән.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1952 йылда табип Бела Яниковскиға кейәүгә сыға, 1955 йылда уларҙың улдары Янош тыуа.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ева Яниковски әҫәрҙәре тиҫтәнән артыҡ төрлө әҙәби премияларға лайыҡ булған. Улар араһында иң мәртәбәлеләре — балалар әҙәбиәте өлкәһендәге немец һәм Венгрияның Кошут исемендәге дәүләт премияһы[3].

Яҙыусы Будапешттың Эржебетварош районының Почётлы гражданы.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әҙип хөрмәтенә 2003 йылда Будапешттағы мәктәпкә уның исеме бирелә[4].
  • 2004 йылда Ева Яниковски фонды ойошторола.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Csip-Csup, 1957
  • Szalmaláng, 1960
  • Aranyeső, 1962
  • Te is tudod?, 1962
  • Ha én felnőtt volnék, 1965
  • Akár hiszed, akár nem, 1966
  • Jó nekem, 1967
  • Felelj szépen, ха kérdeznek, 1968
  • Bertalan és Barnabás, 1969
  • Málnaszörp és szalmaszál, 1970
  • Velem mindig csökkenés valami, 1972
  • Kire ütött ez a gyerek?, 1974
  • Már óvodás vagyok1975 года
  • A nagy zuhé, 1976
  • A lemez két oldala, 1978
  • Már megint, 1978
  • Аз úgy вольт …, 1980
  • Már iskolás vagyok, 1983
  • Örülj, hogy fiú!, В 1983 году
  • Örülj, hogy lány!, В 1983 году
  • A Hét bőr, 1985
  • My Own Budapest Guide, 1991
  • Felnőtteknek írtam, 1997
  • Mosolyogni tessék!, В 1998 году
  • Cvikkedli, 1999
  • Ájlávjú, 2000
  • Ru szép ez az élet!, 2001
  • Ráadás, 2002

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. What Are Hungarian Books for Children Like Today? 2009 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.
  2. Tradíciók - Hírességeink - Janikovszky Éva 2014 йылдың 9 декабрь көнөндә архивланған., tomorkenygimn.hu
  3. Список лауреатов премии за 2003 год 2017 йылдың 8 июнь көнөндә архивланған. (венг.)
  4. A Janikovszky Éva Általános Iskola és Gimnázium honlapja 2014 йылдың 17 май көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]