Козлов Евгений Григорьевич
Козлов Евгений Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1933 |
Тыуған урыны | Наро-Фоминск[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 12 июль 2016 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | тренер |
Козлов Евгений Григорьевич (3 ғинуар 1933 йыл — 12 июль 2016 йыл) — тау саңғыһы спорты буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евгений Григорьевич Козлов 1933 йылдың 3 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһында тыуа. 1964 йылда Өфө авиация институтын тамамлай.
1957 йылдан — «Урожай» ирекле спорт йәмғиәтендә тау саңғыһы буйынса тренер, 1959 йылда — Башҡорт АССР-ы Юғары спорт оҫталығы мәктәбетренеры, 1961—1971 йылдарҙа —"Труд" ирекле спорт йәмғиәте тренеры, 1977 йылдан — «Зенит» ирекле спорт йәмғиәтенең Балалар-үҫмерҙәр Олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры, 1987—1994 йылдарҙа — Башҡортостан профсоюздарының ФСО советы тренеры, бер үк ваҡытта 1988—1989 йылдарҙа — СССР-ҙың фристайл буйынса йыйылма командаһы тренеры.
Тәрбиәләнеүселәре араһында Альбервилдәге Ҡышҡы Олимпия уйындарының (1992) көмөш призеры Светлана Гладышева, юниорҙар араһында донъя чемпионы, Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Константин Чистяков бар. Шулай уҡ СССР-ҙың 15 спорт мастерын әҙерләгән.
Тау саңғыһы спорты буйынса Бөтә союз категорияһындағы судья (1973).
Ҡатыны — РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Татьяна Николаевна Козлова. Евгений Григорьевич Козлов 2016 йылдың 12 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989).
- РСФСР-ҙың иң яҡшы тренеры (1989).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Козлов Евгений Григорьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 декабрь 2022)