Козлова Татьяна Николаевна
Козлова Татьяна Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 ноябрь 1931 (93 йәш) |
Тыуған урыны | Красноуральск[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тренер |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт техник университеты[d] |
Козлова Татьяна Николаевна (29 ноябрь 1931 йыл) — тау саңғыһы спорты буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. Тау саңғыһы спорты буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1988). СССР-ҙың «Иң яҡшы тренеры» (1989)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Николаевна Козлова 1931 йылдың 29 ноябрендә Урал өлкәһенең (1934 йылдан — Свердловск өлкәһе) Красноуральск эшселәр ҡасабаһында тыуа. Үҫмер ваҡытынан тормошон спорт менән бәйләй.
1954 йылда Свердловск ҡалаһында Урал политехник институтын тамамлай(1949—1955).
1967 йылдан Өфөлә эшләй, «Труд» ирекле спорт йәмғиәтенең балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры була.
1971 йылда Өфөлә РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Козлов Евгений Григорьевич етәкселегендә тау саңғыһы спорты буйынса секция асыла[2].
1975 йылдан Татьяна Николаевна Козлова «Зенит» (Өфө) ирекле спорт йәмғиәте өсөн тау саңғысыларын әҙерләй.
1978 йылдан «Зенит» ирекле спорт йәмғиәтенең махсуслаштырылған балалар-үҫсерҙәр Олимпия резервы мәктәбенең өлкән тренеры булып эшләй, ә 1987—1988 йылдарҙа — Башҡортостан профсоюздары Өлкә советының Бөтә Союз ФСО-һында, бер үк ваҡытта 1979—1985 йылдарҙа СССР-ҙың үҫмерҙәр йыйылма командаһы тренеры була.
Татьяна Козлованың тәрбиәләнеүселәре араһында Олимпия уйындарының көмөш призеры, тау саңғыһы спорты буйынса донъя чемпионаты призеры, ә хәҙер — ФГССР Президенты Светлана Гладышева, ил чемпионаты еңеүселәре һәм призерҙары — Елена Бухтиярова, Галина Керимова, Наталья Данилочкина, Константин Чистяков һәм башҡа бик күп билдәле спортсылар бар, шулай уҡ СССР-ҙәң 15 спорт мастерын әҙерләгән[3].
1989 йылда Т. Н. Козлова «СССР-ҙың иң яҡшы тренеры» исеменә лайыҡ була.
Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн Татьяна Козлова 2014 йылда Сочиҙа үткән Олимпия уйындарының Олимпия утын алып барыусыларҙың почетлы сафына ирндерелә. индерелмәгән спорт факелоносец ҡышҡа утын-сочи 2014.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире — Е. Г. Козлов, тау саңғы спорты буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тау саңғыһы спорты буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1988)
- « СССР-ҙың иң яҡшы тренеры»(1989).
- «Рәсәйҙә олимпия хәрәкәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Козлова Татьяна Николаевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2021)
- Российская Федерация горонолыжного спорта поздравляет с юбилеем Т. Н. Козлову