Эстәлеккә күсергә

Семивеличенко Евгений Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Евгений Семивеличенко битенән йүнәлтелде)
Семивеличенко Евгений Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 16 ғинуар 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эш урыны Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Семивеличенко Евгений Александрович (16 ғинуар 1978 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2015 йылдан «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры, 2016 йылдан «Рәсәй машина эшләүселәр союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе, 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].

2012 йыл 16 мартына 2016 йылдың 27 сентябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округының ҡала башлығы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округының ҡала округы Советы рәйесе.

Евгений Александрович Семивеличенко 1978 йылдың 16 ғиуарында Өфө ҡалаһында тыуған. Музыка мәктәбендә аккордеон класы буйынса уҡый[2].

Башҡорт дәүләт университетын (2000), Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.

«Газ-сервис» ААЙ филиалы «Уфагаз» предприятиеһының юридик бүлеге начальнигы булып эшләй. 2003 йылдан алып 2008 йылға тиклем «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» юридик идаралығы начальнигы, 2008 йылда корпоратив һәм юридик мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары булып тәғәйенләнә. 2011 йылдан алып «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» идарасы директорының корпоратив һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. 2015 йылдың 8 сентябренән — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры (2017 йылдың сентябренән ААЙ).

2008 йылда Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының икенсе саҡырылыш Советы депутаты итеп һайлана;

2012 йылдың 4 мартында Өфө ҡалаһы ҡала округының округы өсөнсө саҡырылыш Советы депутаты итеп һайлана;

2012 йылдың 16 мартында Өфө ҡала округы башлығы — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы Советы рәйесе;

2014 йылдың 25 мартында «Рәсәй машина эшләүселәр союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе итеп һайлана;

2016 йылдың 28 ғинуарында Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты базаһында «Гражданско-правовые договоры, обеспечивающие создание, управление и прекращение юридических лиц: системный подход» темаһы буйынса «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 2016 йылдың 29 июнендә Рәсәй Федерацияһының фән һәм мәғариф министрлығы № 812/нк бойороғона ярашлы Е. А. Семивеличенкоға фән кандидаты дипломы тапшырыла;

2016 йылдың 18 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Депутат бурыстарын төп эшенән айырылмай башҡара;

2018 йылдың 9 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитет ағзаһы[1].

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡотҡарыу хаҡына хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы (2019);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2018);
  • Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының «Хеҙмәттәшлек өсөн» күкрәк билдәһе (2018);
  • Рәсәй Федерацияһының Федераль медик-биологик агентлығының «СоюзМаш проекттарында әүҙем ҡатнашыуы һәм донорлыңҡ хәрәкәте пропагандаһына индергән өлөшө өсөн» миҙалы (2018);
  • Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының «Почетлы машиналар эшләүсе» исеме (2016);
  • Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының рәхмәт хаты (2016);
  • Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамотаһы (2015);
  • «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Почет грамотаһы (2015);
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы (2015);
  • Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының маҡтау грамотаһы (2014);
  • Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы (2014)
  • Рәсәй машина эшләүселәр союзының «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (2013 г.);
  • «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте үҫешенә айырым өлөш индергән өсөн» Почет билдәһе (2009)