Евфрат
Евфрат | |
---|---|
төр. Fırat, ғәр. الفرات | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2700 км |
Бассейн | 673 000 км² |
Һыу сығымы | 300−400 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Ҡараһыу менән Морат |
· Урынлашыуы | Әрмән таулығы |
· Координаталар | 39°43′43″ с. ш. 40°15′24″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Шатт-әл-Ғәрәп |
· Координаталар | 31°00′15″ с. ш. 47°26′31″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Шатт-әл-Ғәрәп → Фарсы ҡултығы |
Илдәр | Төркиә, Сүриә, Ираҡ |
Евфрат Викимилектә |
Евфра́т (төр. Fırat, Фырат[1]; ғәр. الفرات, Эль-Фурат[2]; әрм. Եփրատ Ep'rat, курд. Firat) — Көньяҡ-Көнбайыш Азиялағы йылға. Төркиә, Сүриә һәм Ираҡ илдәре аша аға.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — 2700 км (ҡушылдығы Морат менән бергә — 3065 км), бассейн майҙаны — 673 мең км².
Әрмән таулығында, Морат һәм Карасу (Ҡараһыу) йылғалары ҡушылған урында башлана[3]. Үрге ағымында тау йылғаһы булараҡ аға, Әрмән таулығының Малатья һәм Эргани һырттарын үтеп артабан Сүриәлә сүлле платоһында һәм төньяҡ Месопотамияла тәрән үҙән буйлап, ә Хит ҡалаһынан түбәнерәк — яҫы Месопотамия уйһыулығы буйлап аға[3]. Месопотамия уйһыулығының ҡайһы бер урындарында киңлеге 500 метрға, ә тәрәнлеге 10 метрға барып етә.
Хит ҡалаһы (Ираҡ) янында уртаса һыу сығымы — 840 м³/сек., максималь һыу сығымы — 3—4 мең м³/сек., минималь һыу сығымы — 180 м³/сек.; йыллыҡ һыу сығымы — 26,4 км³[3].
Түбәнге ағымында Евфрат Тигр йылғаһы менән ҡушылып, Фарсы ҡултығына ҡойған Шатт-эл-Ғәрәп йылғаһын барлыҡҡа килтерә[3].
Төп ҡушылдыҡтары — Хабур (һул), Белих, Тохма һәм Гёксу (барыһы ла уң)[3].
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның атмаһы арамей теленән һүҙмә-һуҙ тәржемә иткәндә «татлы һыу» тип аңлатыла[3].
Тел | Евфрат атамалары |
---|---|
Аккад теле | Pu-rat-tu |
Арамей теле | ܦܪܬ Prāṯ, Froṯ |
Боронғо фарсы теле | 𐎢𐎳𐎼𐎠𐎬𐎢 Ufrátu |
Ғәрәп теле | الفرات Al-Furāt |
Курд теле | فرهات Firat, Ferat |
Төрөк теле | Fırat |
Шумер теле | BU.RA.NU.NU |
Әрмән теле | Եփրատ Yeprat |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Евфрат, река в Азии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Евфрат // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Библиография по водным ресурсам и международного права 2011 йыл 9 февраль архивланған.
- Еврейская энциклопедия: ссылки на Евфрат в Ветхом Завете
- Тигр и Евфрат реки спора, детали конфликта и сотрудничества 2008 йыл 29 ғинуар архивланған.
- Турецкая Национальная политика использования вод Евфрат — Тигр бассейна (ТРЕХ — STAGED ПЛАН) (Турецкий)
- Коллекция фотографий реки Евфрат
- Документальный фильм «Damming Евфрат» 2008 йыл 25 сентябрь архивланған.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ