Блинова Екатерина Никитична

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Екатерина Блинова битенән йүнәлтелде)
Блинова Екатерина Никитична
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 24 ноябрь (7 декабрь) 1906
Тыуған урыны Каменск-Шахтинский[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 декабрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Кибель, Илья Афанасьевич[d]
Һөнәр төрө физик
Уҡыу йорто Ростов дәүләт университеты
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Блинова Екатерина Никитична (7 декабрь (24 ноябрь) 1906 йыл, Каменская станицаһы, Дон Ғәскәре өлкәһе — 15 декабрь 1981 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың ғалим-геофизигы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Оҙайлы һауа торошоноң атмосфера тигеҙләмәһенең һан яғынан интеграциялау ысулын тәҡдим итә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина Никитична Блинова 1906 йылдың 24 ноябрендә (7 декабрь) Каменская станицаһында (хәҙер ҡала Каменск-Шахтинский), Донецк ҡала округы, Дон Ғәскәре өлкәһендә тыуған

1928 йылда Дондағы Ростовта Төньяҡ-Кавказ университетын (хәҙерге Ростов дәүләт университеты) тамамлай.

1935 йылдан 1943 йылға тиклем Баш геофизик обсерваторияла эшләй. 1943 йылдан 1958 йылға тиклем — Мәскәүҙә Үҙәк прогнозлау институтында. 1958 йылдан 1961 йылға тиклем — геофизика институтында. 1961 йылда Иҫәпләү метеорология үҙәгендә бүлек мөдире вазифаһында, унда үҙенең вафатына тиклем эшләй.

Математик, гидромеханик һәм метеоролог, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Кибель Илья Афанасьевичҡа кейәүгә сыға. 1953 йылдан ул да ире кеүек СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы була. «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. А. А. Фридман исемендәге премияға лайыҡ була (1978).

Екатерина Никитична Блинова 1981 йылдың 15 декабрендә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евграфович Николай Кочин эшен дауам итеп, 1936 йылда атмосфера фронтының тотороҡлоғо шарттарын өйрәнә. 1938 йылда атмосфера дөйөм әйләнешен өйрәнә. Атмосферала нурлы тигеҙлектең тулы теорияһын эшләй. Ул атмосфера үҙәктәренең барлыҡҡа килеүен күп һанлы аңлата ала. Бының өсөн атмосфераның дөйөм көнсығыш-көнбайыш ағымында барлыҡҡа килгән тулҡынлы тирбәлеүҙәрҙе ентекле өйрәнә. Ошо уҡ ысулды атмосфера макропроцестарын, мәҫәлән, циклон һәм антициклондарҙың барлыҡҡа килеүен анализлау өсөн дә ҡуллана.

Уның 1943 йылда баҫылып сыҡҡан «Гидродинамическая теория волн давления, температурных волн и центров действия атмосферы» һауа торошоноң гидродинамик оҙак сроклы фаразына башланғыс һала. Екатерина Никитична Блинова Александр Александрович Фридман тарафынан тәҡдим ителгән һәм хәзерге ваҡытта электрон иҫәп машиналары ярҙамында һауаны һанлы фаразлау һәм атмосфера динамикаһының башҡа мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ҡулланыла торған өйөрмәне интеграцияләү ярҙамында оҙак ваҡытлы һауа торошон фаразлау ысулдарын күрһәтә.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Блинова Екатерина Никитична // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Блинова Екатерина Никитична (неопр.). ИС АРАН.
  • Блинова Екатерина Никитична (неопр.). Биография.ру.