Енес (биология)
Биологик енес — репродуктив үҙенсәлектәр буйынса организмдың айырмаһы.
Ике биологик төр ҡабул ителгән: ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ, әммә тәбиғәттә өс төрлө үрсеү юлы бар: изогамия, гетерогамия, оогамия[1]. Бөтә осраҡтарҙа ла енес күҙәнәктәре яңы организмға тормош биреү маҡсатында бергә ҡушылыр өсөн һәр төрлө генетик мәғлүмәт ярҙамында барлыҡҡа килә.
Енси диморфизм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Енси диморфизм ( бор. грек. δι- ике, μορφήμορφή — форма) — бер үк биологик төргә ҡараған инә һәм ата енестәре араһындағы анатомик айырма. Енси диморфизм физик билгеләрҙә күренеүе ихтимал. Мәҫәлән:
- Күләм. Һөтимәр хайуандар һәм ҡоштарҙың ҡайһы бер төрҙөрендә ата енесле инәгә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ һәм ауырыраҡ. Ер-һыу хайуандарының, киреһенсә, инәләре ата енеслеләрҙән ҙурыраҡ.
- Сәс ҡатламы. Ир-аттарҙың һаҡалы, арыҫландың йәки бабуиндың ялы бар.
- Төҫ. Ҡоштарҙың ҡанаттары, бигерәк тә өйрәктәрҙеке төҫтәргә бай.
- Тире. Боландарҙың мөгөҙө, әтәстәрҙең кикреге кеүек өҫтәмә ҡатлам.
- Тештәр. Ата һинд филенең һуҡҡы теше, морж һәм ҡабандарҙың ҙур ҡаҙыҡ теше була.
Енси диморфизм — дөйөм биологик күренеш. Ул төрлө енесле хайуандар һәм үҫемлектәр араҙында киң таралған.
Бөжәктәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөжәктәр төрлө енесле.
Бал ҡорттары, күбәләк, талпан кеүек бөжәктәрҙә аталанған йомортҡанан инә, аталанмағандан ата енесле үҫешә[2].
Гермафродитизм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гермафродитизм ( Грек мифологияһындағы Гермафродита исеменән, грек. Ερμαφρόδιτος) — бер юлы төрлө енестәрҙең билгеһе булыуы.
Тәбиғи гермафродитизм: ҡайһы бер хайуандарға (балыҡтарға) һәм үҫемлектәргә хас күренеш. Аномаль (патологик) гермафродитизм: төрлө енеслеләр төркөмөндә осрай торған генетик тайпылыш.
Үҫемлектәрҙең енесе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҙемлектәр араһында енесле һәм енесһеҙ юл менән үрсеүсе төрҙәр була[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Астауров. Б. Л., Генетика пола, [М], 1966
- Бреславец Л. П., Определение и наследственность пола у высших растений, Сер. 2", 1934, № 6
- Дерягин Г. Б. Криминальная сексология. Курс лекций для юридических факультетов. М., 2008. 552. с. ISBN 978-5-93004-274-0.
- Лобышев М.Е., Генетика, 2 изд., Л., 1967.
- Рыжков В. Л., Генетика пола, [Хар.], 1936.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- [ Пол] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә