Йәнекәев Таң Ғүмәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Еникеев Тан Гумерович битенән йүнәлтелде)
Йәнекәев Таң Ғүмәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 октябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Йәнекәев Таң Ғүмәр улы (1 октябрь 1948 йыл) — театр рәссамы. 1977 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар, 1979 йылдан — Театр эшмәкәрҙәре союздары ағзаһы (1979). БАССР-ҙың (1980) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1981) лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таң Ғүмәр улы Йәнекәев 1948 йылдың 1 октябрендә Өфөлә тыуа. Сығышы буйынса дворян Йәнекәевтар нәҫеленән.

1975 йылда В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлай (педагогы В. Ф. Рындин, М. М. Курилко). Ике йыл Е. Вахтангов театрында практика үтә.

1973 йылдан алып рәссам-сәхнәгә ҡуйыусы, 1980—2000 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы.

Йәнекәев Таң 2000 йылда Ырымбур ҡалаһына күсә. Ырымбур драма театрында эшләй.

Йәнекәев Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының 200-гә яҡын спектаклдәрен биҙәй.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Театр рәссамы юлын һайлап, мин, бәлки, башта был һөнәрҙең шул тиклем ҡыҙыҡлы икән тип уйламағанмындыр ҙа. Ни тиклем уның тураһында белһәм, ул шул тиклем миңә оҡшаны — туранан тура бөтә нәмәһе менән: ритмы менән, киң ҡоласлылығы менән. Һәм аҙаҡ минең өсөн айырылғыһыҙ төшөнсәләр — рәссам һәм театр сәхнәһе биҙәүсе. Театр сәхнәһе биҙәүсе рәссам булмай алмай».

Йәнекәев Таң Ғүмәр улы

Йәнекәев Башҡорт академия драма театрының «Ташлама утты, Прометей!» (1977), «Диктаторға ат бирегеҙ!» (1982); М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» (1992); Р. Исрафиловтың «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..» , М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса; Н. Әсәнбаевтың «Ҡыҙыл паша» (1982); Ф. Кроммелинктың «Миһырбанлы мөгөҙлө ир» (1994); Ф. М. Бүләковтың «Бибинур, ах, Бибинур!..» (1995) спектаклдәрен биҙәй.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры спектаклдәренә декорациялар авторы: Э.Григтың «Пер Гюнт» (1983), В. И. Флейшман — Д. Д. Шостаковичтың «Ротшильд скрипкаһы» (1987), һ.б.

Ырымбурҙа 35-тән ашыу спектаклде биҙәй, шул иҫәптән: Мольерҙың «Дон Жуан», А. С. Пушкиндың «Капитан ҡыҙы», М. Ю. Лермонтовтың «Маскарад», Э. Э. Шмиттың «Фредерик, йәки енәйәттәр бульвары», Б.Васильевтың «Ә таңдар бында тымыҡ…», Ф. Кроммелинктың «Миһырбанлы өгөҙлө ир», А.Вампиловтың «Ҡала эргәһендә осрашыу» һ.б.

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәнекәйев Таң Ғүмәр улы 1972 йылдан алып ватан сәнғәт күргәҙмәләрендә, 1975 йылдан алып халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһы (1994) һәм БАССР-ҙың (1980) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
  • «Мәскәү театры яҙы» фестивале дипломанты (1983)
  • Төрки халыҡтарының «Науруз» халыҡ -ара театры фестивале дипломанты (1998, Ҡазан).
  • Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы (1996)
  • Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1981).
  • Театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале лауреаты (1996, Өфө).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]