Эстәлеккә күсергә

Әмирхан Еники

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Еники Әмирхан Ниғмәтйән улы битенән йүнәлтелде)
Әмирхан Еники
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 март 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Ҡарғалы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 февраль 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Һөнәр төрө яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
 Әмирхан Еники Викимилектә

Әмирхан Еники (2 март 1909 йыл — 16 февраль 2000 йыл) — яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.

  • Әмирхан Еники, Әмирхан Ниғмәтйән улы Йәнекәев 1909 йылдың 2 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Үрге Ҡарғалы ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
  • 1911 йылда атаһы ғаиләһе менән Дәүләкән ауылына[2] күсенә. Буласаҡ әҙиптең балалыҡ һәм үҫмер йылдары шунда үтә.
  • 1925 йылда Ҡазанға китә, унда китап магазинына курьер булып эшкә урынлаша.
  • 1926 йылда Ҡазан дәүләт университеты янындағы рабфакка уҡырға инә.
  • 1927—1933 йылдарҙа Донбаста — ликбез курстарында уҡытыусы, Ҡазан мех фабрикаһында — сортировкалаусы, «Ҡыҙыл Татарстан» (хәҙерге «Ватаным Татарстан»), гәзите редакцияһында штаттан тыш хәбәрсе булып эшләй.
  • 1931—1933 йылдарҙа, төп эшенән айырылмайынса, Ҡазандағы Хеҙмәтте фәнни ойоштороу институтында уҡый.
  • 1934—1935 йылдарҙа Ҡазандағы урындағы сәнәғәт системаһында техник уҡытыу буйынса методист булып эшләй.
  • 1935—1936 йылдарҙа кинофикация тресында инструктор хеҙмәтен башҡара.
  • 1936—1937 йылдарҙа «Азеркино» (Баку) студияһының махсус вәкиле.
  • 1937—1939 йылдарҙа Ҡазандың 2-се һанлы тегеү фабрикаһы янындағы стахановсылар мәктәбендә уҡыта.
  • 1939—1941 йылдарҙа Үзбәкстандың Маргилан]] ҡалаһындағы дөйөм белем биреү мәктәптәренең береһендә уҡытыусы булып эшләй.
  • 1941—1945 йылдарҙа Ә. Еники фронтта, хәрәкәттәге армияның хужалыҡ һәм ҡарауыл частарында, һалдат булып хеҙмәт итә.
  • 1945—1950 йылдарҙа бер аҙ «Совет әҙәбиәте» (хәҙерге «Казан утлары») журналында әҙәби хеҙмәткәр, аҙаҡ Татарстан радиокомитетында әҙәби тапшырыуҙар бүлеге мөхәррире булып эшлә.
  • 1950—1952 йылдарҙа Ҡазан авиация техникумында татар телен уҡыта.
  • 1953 йылдан профессиональ яҙыусы хеҙмәтенә күсә.
  • 2000 йылдың 16 февралендә Ҡазанда вафат була.

Ижадында тыуған яғы сағылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әмирхан Еникиҙең ижадында Башҡортостан һәм башҡорт халыҡ темаһы ҙур урын биләй. «Оҙон көй тыңлағанда»(1965), «Әтелмәгән васыят» (1965), «Еҙ ҡыңғырау» (1966), «Ҡурайсы» (1970) хикәйәләре шундай йүнәлештә ижад ителгән. «Әйтелмәгән васыят» хикәйәһе башҡорт әҙәбиәте классигы Баязит Бикбайҙың уға һөйләгәненән сығып ижад ителгән. Әҫәрҙең төп геройы Ағәбей башҡорт халҡының оло әсәһе, уның быуаттар буйы һаҡланып килгән матур йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен бөгөнгө менән бәйләүсе өлкән быуын вәкиле булараҡ һүрәтләнә. 1987 йылда донъя күргән «Һуңғы китап» исемле автобиографик әҫәрендә Ә. Еники Башҡортостан һәм башҡорт халҡы темаһына айырыуса киң һәм төплө туҡтала. Бында авторҙың сағыу балалыҡ йылдары тормошон һүрәтләү Яңы Ҡарғалы ауылы,Дәүләкән ҡалаһы тарихы менән тығыҙ үрелеп һүрәтләнә, башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең тормош-көнкүреше, мәҙәниәте, рухи донъяһы үҙенсәлекле сағылдырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1957);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены (1979);
  • Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982);
  • ТАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы;
  • Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1989).

Башҡортостанда исемен мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әмирхан Еникиҙең тыуған ауылындағы Ҡарғалы урта мәктәбенә уға бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған;
  • Дәүләкән ҡалаһындағы Әмирхан Еники йәшәгән йортҡа уға бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Башҡорт телендә донъя күргән китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йөрәк сере: повестар, хикәйәләр. — Өфө, 1963;
  • Әйтелмәгән васыят: повесть һәм хикәйәләр. — Өфө,1988;
  • Выждан: повестар. — Өфө, 1996.
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовар районы
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһындағы ҡала — Дәүләкән