Еремеев Вячеслав Юрьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Еремеев Вячеслав Юрьевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 май 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (42 йәш)
Һөнәр төрө спортсы

Еремеев Вячеслав Юрьевич (10 май 1981 йыл) — Рәсәй спортсыһы. Бокс буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вячеслав Юрьевич Еремеев 1981 йылдың 10 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Урал дәүләт физик культура академияһында уҡый. 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлай.

Спорт менән Өфө ҡалаһында «Динамо» физкультура-спорт беремәһендә шөғөлләнә, тренерҙары  М. М. Ғәлләмова һәм Р. Б. Ғилфанова.

2001 йылдан алып бокс буйынса Рәсәй йыйылма командаһына инә. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының физик тәрбиә һәм спорт кафедраһы ассистенты булып эшләй.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2004) һәм бронза (2005, 2006) призеры.
  • Рәсәй Ҡораллы көстәре чемпионы (2000).
  • 2002 йылда Югославияның Белград ҡалаһында үткән халыҡ-ара турнир еңеүсеһе.
  • Рәсәй чемпионы (2003), үҫмер спортсылар араһында үткәрелгән Рәсәй чемпионатының көмөш (2002) һәм бронза (2001) миҙалдары.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]