Эстәлеккә күсергә

Ете баяр хөкүмәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ете баяр хөкүмәте — тарихсылар тарафынан ҡабул ителгән 1610—1612 йылдарҙағы ете баярҙан торған урыҫ дәүләте хөкүмәтенең исеме[1]. Баяр думаһы ағзалары — кенәздәр Ф. И. Мстиславский, И. М. Воротынский, А. В. Трубецкий, Б. М. Лыков, шулай уҡ И. Н. Романов, Ф. И. Шереметевтан тора. Хөкүмәттең эше башында унда кенәз В. В. Голицын да ҡатнаша[1]. Ете баяр хөкүмәте башлығы итеп кенәз, баяр, воевода, 1586 йылдан алып Бояр думаһының абруйлы ағзаһы Федор Иванович Мстиславский (? — 1622) һайлана[1].

Ете баяр хөкүмәтенең барлыҡҡа килеүенә Василий Шуйский ғәскәрҙәренең һәм уның тарафынан Выборг килешеүенә ярашлы саҡырылған Якоба Делагарди етәкселегендәге союздаш швед ғәскәрҙәренең еңелеүе сәбәпсе була. Был ғәскәрҙәр Речь Посполитая ғәскәрҙәренән 1610 йылдың 24 июнендә (4 июлендә) Клушино янындағы алышта тар-мар ителә. Ошо еңелеүҙән һуң Василий Шуйский тәхетенән ҡолатыла. Баяр думаһы поляк королевичы Владиславты батша итеп һайлай, әммә ул православие динен ҡабул итмәй (уны ҡабул итеү батшалыҡҡа һайланыуҙың мотлаҡ шарты була) һәм батшалыҡ тантанаһын инҡар итә.

Күсмә хөкүмәт һайланған мәлдә Рәсәйҙең торошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ялған Дмитрий II-нең ихтилалы менән солғап алынған (1607 йылдан)
  • Речь Посполитая менән һуғыш хәлендә (1609 йылдан) — Ялған Дмитрий II менән көрәшеү өсөн рус территорияһына швед ғәскәрҙәрен саҡырған өсөн.

Бынан тыш, бер үк ваҡытта тиерлек:

  • Иван Болотников етәкселеге аҫтындағы ихтилал (1606—1607 йылдарҙа)
  • Нуғайҙар һөжүме (1607—1608 йылдарҙа)

Күсмә хөкүмәтте формалаштырыу сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлекле сылбыры «Ете баяр хөкүмәте» осороноң барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

  • 1610 йылдың феврале — Смоленск янында патриарх Филарет етәкселегендә тушин оппозиционерҙарының бер өлөшө поляк короле Сигизмунд менән рус батшалығына король улы Владиславты православиеға күсеү һәм уның Бояр думаһы һәм Земство соборы файҙаһына хоҡуҡтары сикләнеү шарты менән саҡырыу тураһында һөйләшеүҙәр башлай. .
  • 1610 йылдың майы — егерме йәшлек рус хәрби начальнигы Скопин-Шуйский Мәскәүҙә мәжлестән һуң үлеп китә, был иһә туҡтауһыҙ хәрби хәрәкәттәрҙең көсәйеүенә килтерә.
  • 1610 йылдың июнь айында — рус батшаһы ғәскәрҙәренең бер өлөшө һәм швед ғәскәрҙәре Клушино ауылы янында поляктарҙан еңелә, ә ғәскәрҙәрҙең икенсе өлөшө воеводаһы Валуев королевич Владиславтың кандидатураһын яҡлауға ризалаша.

Шулай итеп, поляктарға Мәскәүгә юл асыла. Икенсе яҡтан, Калуганан Мәскәүгә тиҙ арала Ялған Дмитрий II юллана.

Неврев Н. В. Захарий Ляпунов Һәм Василий Шуйский

17 (27) июлдә Шуйскийҙың уңышһыҙ эштәре менән риза булмаған халыҡ батша һарайы тәҙрәләре аҫтында йыйылып: «Һин беҙгә батша түгел!» — тип ҡысҡыра башлай. Воевода Захарий Ляпунов үҙенең кешеләрен Лобный урын тирәһендә йыя һәм әлеге талартарҙы хуплай. Фетнәселәр, Серпухов ҡапҡалары янына йыйылып, үҙҙәрен Земство соборы тип иғлан итәләр һәм Василий Шуйскийҙы тәхеттән төшөрөп, уны Чудово монастырына көсләп оҙаталар.

Халыҡ ихтилалын Баярҙар думаһы баҫтырырға тырыша, ул ихтилалды законлаштыра һәм ҡара халыҡтың Мәскәү диуарҙарына яҡынлашҡан «бурҙар» менән союзын булдырмаҫҡа тырыша. Баярҙар етәкселегендә Мстиславский Ваҡытлы хөкүмәт төҙөй, ул «Ете баяр хөкүмәте» исемен ала. Яңы хөкүмәттең бурыстарының береһе яңы батшаны һайлауға әҙерлек була. Әммә «хәрби шарттар» кисекмәҫтән ҡарарҙар талап итә. Баяр кландарының власть өсөн көрәшен булдырмау өсөн, батша итеп урыҫ нәҫелдәре вәкилдәрен һайламаҫҡа ҡарар ителә[2].

Ғәмәлдә яңы хөкүмәт власы Мәскәүҙән көнбайыштараҡ тарала, Гетман Жолкевский етәкселегендәге Речь Посполитая ғәскәре ошонда туплана, ә көньяҡ-көнсығышта — Калуганан ҡайтҡан Ялған Дмитрий II, уның менән Ян-Петр Павлович Сапега отряды ла була. Ялған Дмитрийҙан баярҙар айырыуса ныҡ ҡурҡа, сөнки уның абруйы ҙур була. Һөҙөмтәлә Жолкевский менән килешеү төҙөргә һәм тәхеткә королевич Владиславты, православиеға күсеү шарты менән, саҡырырға ҡарар ителә[1].

Король Владиславтың рус тәхетенә дәғүә иткән ваҡытта (1634 йылға тиклем) төшөрөлгән гравюралы һүрәте). Портреттың аҫҡы өлөшөндә Рус ғәскәрҙәренең Смоленск ҡалаһын алыу уңайынан баш эйеү мәле һүрәтләнгән.

Поляктарҙы саҡырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1610 йылдың 17 (27) авгусында гетман Жолкевский менән килешеүгә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы Владислав Ваза — Сигизмунд II-нең улы — урыҫ батшаһы итеп иғлан ителә[3]. Һүҙ Речь Посполитая составына инеү хаҡында бармай, сөнки Мәскәү баярҙары автономияны һаҡлап алып ҡала, шулай уҡ Рәсәй сиктәрендә рәсми православие статусы гарантиялана. Сапега Владислав батшаға ант итергә риза була.

Ялған Дмитрийҙан ҡурҡып, баярҙар 21 сентябргә ҡараған төндә йәшерен рәүештә Кремлгә Жокевскийҙың отрядын индерәләр, октябрҙә, Жолкевский киткәндән һуң, гарнизон командиры вазифаһына Александр Гонсевский тәғәйенләнә[4]. Кремль комендантының «уң ҡулы» булып Михаил Салтыков тора. Кремлгә интервенттар ингәндән һуң, «Ете баяр хөкүмәте» вәкилдәре заложниктарға әүерелә, ә поляк-литва гарнизоны капитуляцияһынан һуң уларҙың күбеһе «азат ителә» һәм яңы рус батшаһын һайлауҙа ҡатнаша.

«Ете баяр хөкүмәте» атамаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ете баяр хөкүмәте» һүҙбәйләнеше һуңыраҡ, XIX быуатта, осрай. А. А. Бестужев-Марлинскийҙың 1831 йылда баҫтырылған «Наезды. Повесть 1613 года» исемле повесында «ете баяр хөкүмәте» термины тәүге тапҡыр осрай.

Һайланған баярҙар һаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батша булмаған саҡта баяр комиссиялары быға тиклем дә формалаша. Ҡағиҙә булараҡ, был төркөмдәрҙең составы ете шәхес менән сикләнә йәки бер аҙ һан яғынан айырыла.

Мәскәү йәмғиәтендә, думала һәм провинцияла хәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Патриарх Гермоген етәкселегендәге ҙур булмаған төркөм Василий Шуйский яҡлы була. Патриарх үҙе Шуйскийҙы ҡолатылған көндә лә яҡлай.

Голицындар партияһы Шуйскийҙы ҡыйратырға һәм Василий Голицынды батша тип иғлан итергә иҫәп тота. Шул уҡ ваҡытта Голицындарға воевода Ляпунов ярҙам итә.

Тушин баяры Дмитрий Трубецкой Мәскәүҙә Ялған Дмитрий мәнфәғәтендә йәшерен һөйләшеүҙәр алып бара.

Романовтар кланы баштан уҡ Голицындар яҡлы булғанға күрә, тәхеткә Михаил Романовты ултыртырға ниәт итә..

Думаны етәкләгән кенәз Мстиславскийҙың ваҡиғаларға аныҡ ҡарашы булмай, әммә ул поляк королевичын рус батшаһы тип таныуға ынтыла.

1610 йылдың июль урталарынан алып ялған батша бер нисә мең кеше иҫәпләнгән ғәскәре менән Коломенскийҙа урынлаша. Бер үк ваҡытта тиерлек, 17 (27) июлдә, Василий Шуйский ҡолатыла, 19 (29) июлдә ул көсләп монахлыҡҡа күсерелә, ә 20 (30) июлдә провинция ҡалаларына был ваҡиға тураһында хәбәр итеүсе грамоталар ебәрелә.

Земство соборын саҡырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баяр думаһы батшаны Земство соборы ҡатнашлығынан тыш һайлай алмай , әммә хәлдәр тиҙ арала ҡарар ҡабул итеүҙе талап итә. Шуға күрә батшаны ҡолатыуҙан һуң Мәскәүҙәге Серпухов ҡапҡалары артында земство вәкилдәре (булғандары) саҡырыла.

  1. Кенәз Федор Иванович Мстиславский — тыуған йылы аныҡ билдәле түгел (яҡынса 1550 йылда тыуған), хеҙмәтен 1575 йылда башлай. Баяр думаһын етәкләй. Ике батшалыҡ осоронда уның абруйы арта, ул поляктар менән һөйләшеүҙәрҙе етәкләй. Сәйәсәте әүҙемлек менән айырылмай, конкрет ваҡиғалар менән шөғөлләнә. 1622 йылда вафат була. Нәҫеле ҡалмай.
  2. Кенәз Иван Михайлович Воротынский — тыуған йылы билдәһеҙ, 1573 йылда Муромда воевода була. Тәжрибәле сәйәсмән була. Һуңынан тәхеткә дәғүә итә, әммә сәйәси көрәштә Романовтарҙан еңелә, буласаҡ батшаға илсе булып бара. 1627 йылда вафат була.
  3. Кенәз Андрей Васильевич Трубецкий тыуған йылы билдәһеҙ, хәрби хеҙмәттә — 1573 йылдан. Эшмәкәрлеге — хәрби һәм идара итеү. Стефан Баторий, ҡырымсаҡтар, ливонлылар, шведтар, черкастар менән һуғыштарҙа ҡатнаша, бер нисә ҡалала воевода була, дипломатик миссияларҙа ҡатнаша. Борис Годуновтың батшалыҡҡа ултырыу хөрмәтенә баярлыҡ менән 1596 йылдың 3 сентябрендә бүләкләнә. 1611 да вафат була, балалары булмай.
  4. Кенәз Андрей Васильевич Голицын (1611 йылдың 19 мартында үлтерелгән, нәҫел ҡалдырмай).
  5. Кенәз Борис Михайлович Лыков-Оболенский (1576—1646).
  6. Баяр Иван Никитич Романов (1646 йылдың 23 октябрендә вафат була).
  7. Баяр Федор Иванович Шереметев (1650 йылда вафат була).