Эстәлеккә күсергә

Еңеү паркы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Еңеү паркы
Нигеҙләү датаһы 1947
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Еңеү паркы Викимилектә

Еңеү паркы (рус. Парк Победы) — Өфө ҡалаһының төньяҡ өлөшөндә (Черниковка районы) урынлашҡан, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү мемориаль комплексы. 1947 йылда асыла[1]. 1980 йылға тиклем «Нефтсе» паркы тип атала. Уның биләмәһендә күп төрлө каруселдәр, балалар майҙансығы һәм күҙәтеү тәгәрмәсе урынлашҡан була.

Парк Орджоникидзе районында Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. Көньяҡтан «Ләлә-Тюльпан» мәсете биләмәһенә терәлеп тора, төньяҡтан «Нефтсе» стадионы менән сиктәш.

Еңеү паркының майҙаны: 62 гектар

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк халыҡтың ғәҙәткә ингән ял итеү урыны булып тора. Бында мәктәп уҡыусылары «һуңғы ҡыңғырау»ға һәм яңы өйләнешеүселәр киләләр. Ҡыш өсөн парк артында битләүҙә ҙур булмаған саңғы трассаһы эшләй.

2010 йылдың 8 майында Еңеү паркында ике генералдың — Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарыы Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Таһир Кусимовтың бюсын асыу тантанаһы үтә[2].

2010 йылдың 22 июнендә Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Хәтерлә мине» социаль-патриотик акцияһы үтә[3].

  1. Линия времени. История Уфы. Дата обращения: 7 июнь 2013. Архивировано 8 июнь 2013 года. 2013 йыл 20 июль архивланған.(рус.). История Уфы. Тәүге сығанаҡтан 2013 йыл 20 июль архивланған. архивланған 8 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.
  2. Николай Ермоленко. В Уфе в парке Победы состоялось торжественное возложение цветов и открытие бюстов двух генералов – героев Великой Отечественной. Башинформ.рф (8 май 2010). Дата обращения: 7 июнь 2013. Архивировано 8 июнь 2013 года.(рус.). Башинформ.рф (2010-05-08). Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.
  3. Евгений Рахимкулов. Жители Уфы собрались на социально-патриотическую акцию «Помни меня». Башинформ.рф (22 июнь 2010). Дата обращения: 7 июнь 2013. Архивировано 8 июнь 2013 года.(рус.). Башинформ.рф (2010-06-22). Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.