Эстәлеккә күсергә

Жаһит Арф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жаһит Арф
Cahit Arf
Тыуған көнө

24 октябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Салоники, Ғосман империяһы

Вафат көнө

26 декабрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][2] (87 йәш)

Вафат урыны

Истанбул, Төркиә

Ғилми даирәһе

математика

Эшләгән урыны

Урта Көнсығыш Техник Университеты
Төркиә Фәнни-техник тикшеренеүҙәр буйынса советы

Ниндәй өлкәлә танылған

Арф инварианты

Жаһит Арф (төр. Cahit Arf; 11 октябрь 1910 йыл, Салоники — 26 декабрь 1997 йыл, Истанбул) — төрөк математигы, немец математигы Һелмут Һассеның шәкерте. Топологияла төйөндәр теорияһында ҡулланыла торған квадрик формалы Арф инварианты, шулай уҡ Һассе — Арф теоремаһы, Арф төркөмдәре һәм ҡулсалары уның исеме менән бәйләнгән.

1912 йылғы Балҡан һуғышынан һуң Арфтар ғаиләһе Измиргә күсә, унда Жәһит башланғыс белем ала. Мәктәпте тамамлағандан һуң Арф Парижға китә, унда Юғары нормаль мәктәпкә инә.

Төркиәгә ҡайтҡас, Арф Ғалатаһарай лицейында математика уҡыта. 1933 йылда Арф Истанбул университетының математика кафедраһында уҡыта башлай. 1937 йылдан Арф Гёттинген университетына эшкә китә, унда философия докторы дәрәжәһен ала, артабан ул Һелмут Һессе менән бергә эшләй. Шунан Арф Истанбул университетына кире ҡайта, 1962 йылда Фәнни-техник тикшеренеүҙәр буйынса советҡа (TÜBİTAK) тәғәйенләнеш ала. 1963 йылға тиклем Советтың рәйесе вазифаһын башҡарғандан һуң, Арф Истанбул Роберт-Колледжының математика кафедраһына күсә. 1964—1966 йылдарҙа Арф АҠШ-та Принстон университетында, унан һуң бер йыл Берклиҙа Калифорния университетында эшләй.

Төркиәгә һуңғы ҡайтыуында Арф Урта Көнсығыш техник университетының математика кафедраһына саҡырыла һәм 1980 йылда отставкаға сыҡҡанға тиклем шунда эшләй.

Арф математика өлкәһендә төрлө премиялар лауреаты була.

Арфтың төрөк математикаһына йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ. Формаль йәһәттән уҡыусылары әҙ булһа ла, бик күп төрөк математиктары карьера башында Арф менән хеҙмәттәшлек иткән.

Арфтың портреты 2009 йылда сығарылған 10 лиралыҡ төрөк банкнотаһына төшөрөлгән.