Жвелгайтис
Жвелгайтис (лит. Žvelgaitis, нем. Svelgates; һүҙмә-һүҙ: тирә-яҡҡа ҡараусы; ?—1205) ― литва кенәзе. Хәҙерге ваҡытта тикшерелгән сығанаҡтарҙан исеме билдәле булған иң тәүге литва кенәзе булып тора. Уның хәрби походы һәм үлеме тураһында тасуирлама немец юлъяҙмасыһы Генрих Латвийский авторлығындағы хроникала бирелә. Автор үҙенең хеҙмәттәре өҫтөндә XIII быуат башында эшләй, бында 1186 йылдан 1227 йылға ҡәҙәр осорҙағы Латвия тарихы хаҡында бәйән ителә. Жвелгайтис «бай һәм көслө» хаким булараҡ һүрәтләнә, әммә шул уҡ ваҡытта юғары кенәз булмай, ә тик ошо көслөрәк кенәздең армияһы менән етәкселек итә.
1205 йылда Жвелгайтис Эстония ерҙәренә һөжүм итеү һәм талау өсөн Литванан үҙе менән бер нисә мең һыбайлыларҙы Рига аша төньяҡҡа алып бара. Эстониянан ҡыш уртаһында хәрби табыш һәм эстон ҡолдары менән бергә ҡайтып барышлай, билгә еткән көрттәр аша үткәндә Жвелгайтистың ғәскәрҙәре ҡамауға эләгә. Уларға Рига халҡының ливондарҙан һәм немецтарҙан торған земгалдарҙың хакимы Виестартс командалығындағы отряд һөжүм итә. Виестартс үҙе алышта ҡатнашмай, ә тик санала ултырып һөжүмдәрҙе координациялай. Жвелгайтис немец Теодор Шиллинг тарафынан ташланған һөңгөнән һәләк була. 1200 литва яугирҙары һәләк була. Улар менән бергә эстон ҡолдары ливондарға ҡаршы «элекке енәйәттәре» өсөн үлтерелә. Литвала күптәр Жвелгайтистың үлеменә ҡайғыралар. Шулай уҡ сығанаҡтар һөйләүенсә литва яугирҙарының илле ҡатындары ҡайғынан, тиҙерәк ирҙәре янында булыу , үҙ-үҙенә ҡул һалалар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- (лит.) Daugirdaitė-Sruogienė Vanda. Lietuvos istorija. — 6th. — Chicago, Illinois: TERRA, 1966.
- Baranauskas, Tomas The Formation of the Lithuanian State . Lietuvos.net. Дата обращения: 30 декабрь 2006. Архивировано 25 октябрь 2006 года. 2006 йыл 25 октябрь архивланған.