Женева күле

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Женева күле
фр. Lac Léman, нем. Genfersee
Координаты: пропущена долгота
Шильон замогынан Женева күленә күренеш
Шильон замогынан Женева күленә күренеш
Страны
РегиондарЖенева, Во, Вале, Овернь — Рона — Альпы
РайонҮрге Савойя 
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге372 м
Оҙонлоғо73 км
Киңлеге14 км
Майҙаны582 км²
Иң ҙур тәрәнлек310 м
Уртаса тәрәнлек154,4 м
Ҡойоусы йылғаРона
Ағып сығыусы йылғаРона
Швейцария
Рона — Альпы
Commons-logo.svg Женева күле Викимилектә

Женева күле йәки Леман (франц. Lac Léman, Le Léman, Lac de Genève) — Альп тауҙарының иң ҙур күле һәм ҙурлығы буйынса Балатон күленән Үҙәк Европала икенсе урынды биләй[1]. Швейцария һәм Франция сиктәрендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны - 582 км²[2]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге - 372 м[3].

Женева күле Ронаның һыубаҫар туғайында урынлашҡан һәм Ивуар ауылы тирәһендә бормаланған ярым ай формаһында. Бөгөл тәбиғи рәүештә уны Ҙур (франц. Grand Lac) һәм Бәләкәй (франц. Petit Lac) күлдәргә бүлә.

Күлдең төньяҡ ярына зиннәтле курорттар һалынған - ул Швейцария ривьераһы. Бында лорд Байрондың шулай уҡ исемдәге поэмаһы арҡаһында дан алған Шильон замогы ҡалҡып тора.

Топонимикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Женева менән Лозанна араһындағы яр буйы участкаһын - Ла-Кот (франц. La Côte), Лозанна менән Вева араһындағы һыҙатты Лаво (франц. Lavaux) тип йөрөтәләр.

Иң иртә яҙылған күлдең атамаһы — Рим осоронда бирелгән лат. Lacus Lemannus. IV быуатта был атама лат. Lacus Lausonius йәки Lacus Losanetes тигәнгә үҙгәрә, ә Урта Быуаттарҙа — франц. Lac de Lausanne.

франц. Lac de Genève тигән атама XVI быуатта Швейцария конференцияһы көсәйгәндән һуң ҡулланыла башлай. XVIII быуатта француз теленә ҡулланыу буйынса икенсе урынды биләгән франц. Lac Léman тигән атамаһы кире ҡайта. Ҡайһы бер карталарҙа франц. Lac d’Ouchy тип яҙылып үткән.

Ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Женева күлендәге ҡалалар һәм урындар исемлеге
Күлдең көнсығышда Рона ҡойған урындан алып.
Көньяҡ яр Төньяҡ яр
Ҙур күл Кантон Вале/Франция яры Кантон Во
Бәләкәй күл Франция яры Кантон Во

Кантон Женева

Судносылыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

20-се быуаттың тәүге яртыһына тиклем күл буйлап йөк ташыу өсөн Женева күленең елкәнле баркалары файҙаланыла. Күл буйлап пассажирҙар ташыу менән 1873 йылда ойошторолған Compagnie générale de navigation sur le lac Léman тигән Швейцария пароходсылығы шөғөлләнә. Уның флоты составына 20-се быуат башында төҙөлгән 5 тәгәрмәсле пароход инә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Озеро Леман. geosfera.info. Дата обращения: 4 июнь 2019.
  2. Большая Российская энциклопедия: в 30 т.. — Т.10. Железное дерево - Излучение. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2008. — С. 36. — 787 с. — ISBN 978-5-85270-341-5. — ISBN 5-85270-320-6.
  3. Большая Российская энциклопедия. — Т.10 Железное дерево. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2008. — С. 36. — 787 с. — ISBN 978-5-85270-371-5. — ISBN 5-85270-320-6.

Литература[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]