Жигуленко Евгения Андреевна
Жигуленко Евгения Андреевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 декабрь 1920 |
Тыуған урыны | Краснодар, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 2 март 1994 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, лётчик, сценарий яҙыусы |
Уҡыу йорто |
К. Э. Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Майор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | военно-воздушные силы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Жигуленко Евгения Андреевна Викимилектә |
Жигуленко Евгения Андреевна (1 декабрь 1920 йыл — 27 февраль 1994 йыл) — 2-се Белорус фронтының 4-се һауа армияһы 325-се төнгө бомабрдировка авиация дивизияһының 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының звено командиры, гвардия майоры, һуңыраҡ — режиссёр, актриса, сценарий яҙыусы. Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евгения Андреевна Жигуленко 1920 йылдың 1 декабрендә Краснодар ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. Урыҫ[1][2].
Краснодар крайының Тихорецк ҡалаһында В.И.Ленин исемендәге 34-се тимер юл урта мәктәбен татамлай, Дирижабль төҙөү (Мәскәү авиация-технология институты) институтында уҡый. Мәскәү аэроклубы янындағы осоусылар мәктәбен тамамлай.
Ҡыҙыл Армия сафында 1941 йылдың октябренән. 1942 йылда осоусыларҙың Хәрби авиация мәктәбен һәм осоусыларҙы камиллаштырыу курстарын тамамлай. 1942 йылдан ВКП(б)КПСС ағзаһы.
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың майынан алып.
46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының звено командиры (325-се төнгө бомбардировка авиадивизияһы, 4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты) гвардия лейтенанты Е.А. Жигуленко 1944 йылдың ноябренә 773 төнгө хәрби осош яһай, дошмандың тере көстәренә һәм техникаһына ҙур зыян килтерә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» гвардия лейтенанты Евгения Андреевна Жигуленкоға Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ»миҙалы (№ 4854) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3].
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң Е.А.Жигуленко хеҙмәтен СССР ҡораллы көстәрендә дауам итә. Алыҫ Көнсығышта штурман булып оса. 1955 йылда В.И.Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны ситтән тороп тамамлай. 1955 йылдан алып гвардия майоры Е. А. Жигуленко — запаста, ә аҙаҡ отставкала.
Отставкаға киткәндән һуң Сочи ҡалаһында йәшәй. Лектор, ҡала советы депутаты, дәүләт учреждениеларының профсоюз комитеты рәйесе, ҡала мәҙәниәт идаралығы начальнигы булып эшләй.
Сочи ҡалаһы халҡының күп проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. Уның шәхси ҡатнашлығы һәм энергияһы арҡаһында Сочи ҡалаһында һынлы сәнғәттең күргәҙмә залы, «Фестивальный» концерт-театр залы ойошторола. Жигуленко Е.А. Сочи ҡалаһында «Йыр байрамдарын» башлаусы була. Стадиондарҙа илдең иң яҡшы хорҙары сығыш яһай, уларҙың ҡайһы берҙәрендә бер нисә йөҙ кеше иҫәпләнә. Хорҙар менән күренекле хормейстерҙар идара итә. 1970 йылдар башында Мәскәү ҡалаһына күсә. РСФСР Мәҙәниәт министрлығында эшләй. 1975 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 30-йыллығына тап килтерелгән «Зәңгәр ут» тапшырыуын алып бара. 1976 йылда С.А. Герасимов исемендәге кинематографияның Бөтә Рәсәй дәүләт университетын тамамлай, М.Горький исемендәге киностудияның режиссёры булып эшләй. 1981 йылда 46-сы гвардия төнгө бомабардировка авиаполкына арналған «В небе „ночные ведьмы“» фильмын, ә 1984 йылда — хәрби-мажаралары «Без права на провал» фильмын төшөрә.
Мәскәүҙә йәшәй, шунда 1994 йылдың 27 февралендә вафат була
Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4854).
- Ленин ордены.
- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2016 йылдың 27 майында Сочила Художество музей районында Е.А. Жигуленко иҫтәлегенә бюст ҡуйылған.
- XXI быуат башында уның исеме менән Тихорецк ҡалаһының көнбайыш өлөшөндәге яңы урамдарҙың береһе атала.
- Евгения Жигуленко исеме менән Краснодар ҡалаһының Ростов шоссеһы һәм Рәсәй урамы араһындағы Кубань яны округында урынлашҡан урам аталған.
- Евгения Жигуленконың исемен Краснодар крайы Геленджик ҡалаһының «Нескә морон» районында урынлашҡан ҙур булмаған урам йөрөтә
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1976 — Одни сутки из тысячи ста.
- 1981 — В небе «Ночные ведьмы».
- 1984 — Без права на провал.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Жигуленко Евгения Андреевна .
- ↑ Архивный реквизит № 12015993 .
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 23 февраля 1945 года. С. 1 2017 йыл 27 сентябрь архивланған., С. 2, № 34 Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жигуленко Евгения Андреевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Шкадов Иван Николаевич. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 502. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в Российской книжной палате: 87-95382.
- Кременской А. Об одном боевом вылете // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жигуленко Евгения Андреевна . «Герои страны» сайты.
- 1 декабрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 2 мартта вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын тамамлаусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- КПСС ағзалары
- СССР кинорежиссёрҙары
- Ҡатын-ҡыҙ авиаторҙар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Совет гвардияһы
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 27 февралдә вафат булғандар