Жиркова Татьяна Юрьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лёгкая атлетика
Татьяна Жиркова
Дөйөм мәғлүмәт
Тулы исеме

Татьяна Юрьевна Жиркова

Тыуған ере һәм ваҡыты

28 август 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (49 йәш) или 12 декабрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (50 йәш)
СССР, РСФСР, Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Мегино-Кангаласский улус[d], Тюнгюлю[d]

Гражданлығы

Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй

Спорт карьераһы

-2012

IAAF

194856

Шәхси ҡаҙаныштар
Марафон

2.37,06 (2005)

100 км

7.10,32 (2004)

Международные медали
100 км-ға йүгереү буйынса донъя чемпионаты
Алтын Торхаут 2002 7:37.06
Алтын Винсхотен 2004 7:10.32
Алтын Тарквиния 2008 7:23.33
100 км-ға йүгереү буйынса Европа чемпионаты
Алтын Черноголовка 2003 7:19.51
Алтын Тарквиния 2008 7:23.33
Дәүләт һәм ведомство наградалары

Знак ЗМС России.png

Жиркова Татьяна Юрьевна (28 август, 1970) — Рәсәй еңел атлеты.

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Жиркова Татьяна Юрьевна 1970 йылдың 28 авгусында Яҡут АССР-ының Тюнгюлю ауылында тыуа һәм мәктәп йәшенә тиклем Тумул (Мегин-Кангаласс олоҫо) ауылында өләсәһе һәм олатаһы тәрбиәһендә була. Павловка урта мәктәбендә уҡый.

5-се синыфта мәктәптең саңғы секцияһына яҙыла, бында уның беренсе уҡытыусыһы, һуңынан тренеры Осипов Анатолий Никитич була. Татьяна нәҡ уны үҙенә спорт донъяһын асыусы кеше тип һанай.

100 километр дистанцияла 2002 йылда Торхаут ҡалаһында (Бельгия) 7:37.06, 2004 йылда Винсхотен ҡалаһында(Голландия) 7:10.31 (Европа рекорды), 2008 йылда Этруск ҡалаһында (Италия) 7:23.33 һөҙөмтәһе менән донъя чемпионкаһы була, 2003 йылда Черноголовка ҡалаһында (Рәсәй) 7-:19.51 (Европа рекорды), 2008 йылда Этруск ҡалаһында (Италия) 7:23.33 ваҡыты менән Европа чемпионы исемен яулай.

ЮАР-ҙа үткән планетаның билдәле «The Comrades» ярышында 2005 йылда бәйгенең 95 йыллыҡ тарихында икенсе һөҙөмтә (5:58.50 ваҡытта 89 км) һәм 2006 йылда 56 километрға «Ике океан» ярышында еңеүсе була.

2009 йылдағы «The Comrades» ярышының бронза призеры.

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Саха (Яҡут) Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре, Саха (Яҡут) Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Мегин-Кангаласс олоҫо Доллу наслегының почетлы гражданы.

Исеме «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» китабына индерелгән.

«Яҡутстан 370 йыл Рәсәй менән» юбилей һәм «Саха Республикаһы көнө» хөрмәтенә отличие билдәһе, Саха (Яҡут) Республикаһы Президентының грамотаһы менән наградлана. Саха (Яҡут) Республикаһының 2000, 2004, 2006, 2008 йылдарҙағы иң яҡшы спортсыһы.

1986 йылдағы ЯАССР халыҡтарының спартакиадаһы, 1996, 2000, 2003, 2006 йылдарҙа Манчаары спартакиадаһы, урта һәм стайер дистанцияларында Ауыл спорт уйындары чемпионкаһы.

Шулай уҡ ул халыҡ-ара сверхмарафон ассоциацияһының «Сверхмарафон тарихында берҙән-бер өс тапҡыр донъя чемпионы» тип яҙылған махсус сертификат эйәһе.

2012 йылдың сентябрендә спорт карьераһын тамамлай.

Төньяҡ-Көнсығыш федераль университетында белем ала.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • (unspecified title)