Жур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жур

Витчиналы жур

Супы

Милли аш-һыу

Авторы
Тыуған иле

 Польша
 Богемия[d]

Компоненттар
Төп

он

Булыуы мөмкин

тәмләткестәр, картуф, колбаса

Оҡшаш аҙыҡтар

һоло кеҫәле

Викимилектә медиафайлдар Жур

Жур (пол. żur, żurek; бел. жур, кісяліца, чех kyselokyselo) — поляк һәм беларусь кухняһындағы үҙенсәлексе һурпалы аш. Һоло ононан яһалған шыйыҡ аш славян халыҡтарында Владимир Мономах заманынан уҡ билдәле булған[1].

Әҙерләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әсегән цежа

Аш өсөн тәүҙә цежа әҙерләргә кәрәк. Цежа — ондо һыуҙа ебетеп, ярты тәүлектән алып бер нисә тәүлеккә тиклем ферментланған шыйыҡлыҡ. Цежа әҙерләү өсөн һоло йәки арыш онон 1 литр һыуға 150—200 грамм алып, болғатып йылы урынға әсетергә ҡуйырға кәрәк.

Әсегән цежанан төрлө аштар әҙерләргә була. Цежаға һыу, һурпа йәки һөт ҡушып утҡа ҡуялар. Ашҡа, ғәҙәттәгесә, төрлө ингредиенттар ҡушалар. Күпселек осраҡта йәшелсәләр (картуф булыуы мотлаҡ), колбаса, ыҫланған ыҙыҡтар, ҡаймаҡ, бәшмәктәр, аҡ май, тәмләткесестәр, үҫемлек майы, бешкән йомортҡа ҡушыла. Был ингредиенттар алдан әҙерләнгән булыуы ла мөмкин. Христан дине буйынса постлы (итһеҙ һәм һөтһөҙ) жур әҙерләргә лә була.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Жур / Т. А. Агапкина // Славянские древности: Этнолингвистический словарь : в 5 т. / Под общей ред. Н. И. Толстого; Институт славяноведения РАН. — М. : Международные отношения, 1999. — Т. 2: Д (Давать) — К (Крошки). — С. 227—228. — ISBN 5-7133-0982-7.
  • Жур // Похлёбкин В. В. О кулинарии от А до Я: Словарь-справочник. — Мн.: Полымя, 1988. — С. 60. — ISBN 5-345-00218-5.
  • Беларуская энцыклапедыя: У 18 т. Т.6: Дадаізм — Застава / Рэдкал.: Г. П. Пашкоў і інш. — Мн.: БелЭн, 1998. — Т. 6. — 576 с. — 10 000 экз. — ISBN 985-11-0106-0 (т. 6)