Эстәлеккә күсергә

Забелин Леонид Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Забелин Леонид Васильевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 30 ғинуар 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Иловка[d], Чердаты муниципаль берәмәге[d], Зырянск районы[d], Западно-Сибирский край[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 сентябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Федераль хәрби мемориаль зыярат[d]
Эш урыны Рәсәй химия-технология университеты
Уҡыу йорто Томск политехник университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Ленин премияһы премия Совета Министров СССР «Хеҙмәт ветераны» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы

Забелин Леонид Васильевич (30 ғинуар 1932 йыл — 24 сентябрь 2015 йыл) — совет дәүләт эшмәкәре, инженер, ғалим-химик. Ленин премияһы лауреаты (1984).

Леонид Васильевич Забелин Томск өлкәһе Зырянка районы Иловка ауылында донъяға килгән. Ата-әсәһе айырылышҡандан һуң, 1936 йылда әсәһе менән Томскиға күсә. 1955 йылда отличие менән Томск политехник институтының физика-техник факультетын тамамлай.

Ростов өлкәһендәге Каменск-Шахта химик комбинатында эшләй (дары һәм ҡаты ракета яғыулығы етештереүҙә): мастер, участка начальнигы, производство начальнигы, баш инженерҙың урынбаҫары була.

1964—1969 йылдарҙа — Бийск химик комбинаты директоры.

1969 йылдан — СССР Машиналар эшләү министрлығының баш идаралығы начальнигы, 1975—1989 йылдарҙа — машиналар эшләү министры урынбаҫары, 1989—1991 йылдарҙа — СССР оборона сәнәғәте министры урынбаҫары.

1991—1992 йылдарҙа — «Техник химия» фәнни-техник концерны президенты.1992 йылдан — «Техник химия» АЙ-ы президенты.

Һыу аҫты флоты һәм ҡаты ҡатышмалы яғыулыҡтан зарядтар етештереүҙе ойоштороу өсөн беренсе ҡаты яғыулыҡлы континенталь-ара баллистик ракетаны төҙөү буйынса эштәрҙең ҡатнашыусыһы һәм етәкселәренең береһе.

Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия-технология университетының ИХТ факультетында уҡыта[1]. Химия фәндәре докторы, почетлы профессор. (1999 йылдан)[2].

2015 йылдың 24 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була. Федераль хәрби мемориал зыяратында ерләнгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. История инженерного химико-технологического факультета / Под общ ред. А. П. Денисюка. М.: РХТУ им. Д. И. Менделеева, 2005, 432 с. С. 231—233.
  2. Почётный профессор РХТУ. Дата обращения: 24 апрель 2016. Архивировано 2 июнь 2016 года. 2016 йыл 2 июнь архивланған.
  3. На ФВМК прошла церемония прощания с одним из руководителей советской оборонной промышленности Леонидом Забелиным. 2015 йыл 21 ноябрь архивланған.