Әхибйәнов Зәбир Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Забир Шакирович Ахибзянов битенән йүнәлтелде)
Әхибйәнов Зәбир Шакир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Әүрез, Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 декабрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Белорет, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Түбәнге Әүрез
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, танкист
Эш урыны ДОСААФ[d]
Уҡыу йорто Силәбе Юғары танк команда училищеһы
Әүҙемлек урыны Автомәктәп[d]
Хәрби звание Майор

Әхибйәнов Зәбир Шакир улы (9 май 1952 йыл — 13 декабрь 2017 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, майор. 2003—2017 йылдарҙа ДОСААФ-тың Белорет өлгөлө автомобиль мәктәбе начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2012).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәбир Шакир улы Әхибйәнов 1952 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Түбәнге Әүрез ауылында колхозсы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 14 йәшендә тыуған ауылында почта ташыусы булып башлай.

1970 йылда Совет Армияһына алына. Йыл ярым хеҙмәт иткәс, 1972 йылда Бөйөк Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге Силәбе Юғары танк команда училищеһына уҡырға инә. Юғары хәрби белем алғандан һуң 1990 йылға тиклем СССР Ҡораллы Көстәрендә офицер вазифаларында хеҙмәт итә, шул иҫәптән 1984—1990 йылдарҙа Белорет ҡала хәрби комиссариатының бүлек начальнигы ярҙамсыһы була. Майор.

Хәрби хеҙмәттән запасҡа сығарылғандан һуң, 1991 йылдың ғинуарында ДОСААФ-тың Белорет автомәктәбенә эшкә урынлаша: спорт буйынса өлкән методист була, 1992 йылдан автомәктәп начальнигының уҡыу-тәрбиә һәм уҡыу-производства буйынса урынбаҫары була. 2003 йылдың октябрендә Зәбир Әхибйәнов Белорет автомәктәбе начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм ғүмеренең һуңғы көнөнәсә ошо яуаплы вазифаны башҡара.

2012 йылда автомәктәп «Рәсәй ДОСААФ-ының өлгөлө автомобиль мәктәбе» почётлы исеменә лайыҡ була, ә мәктәп етәксеһенә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[1].

Әхибйәнов Зәбир Шакир улы 2017 йылдың 13 декабрендә көтмәгәндә Белорет ҡалаһында вафат була[2], тыуған ауылында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2012)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]