Забужко Оксана Стефановна
Забужко Оксана Стефановна | |
укр. Оксана Стефанівна Забужко | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Украина[2] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | укр. Оксана Стефанівна Забужко |
Тыуған көнө | 19 сентябрь 1960[3] (64 йәш) |
Тыуған урыны | Луцк, Волынь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы[1] |
Һөнәр төрө | шағир, фәлсәфәсе, яҙыусы, эссеист, әҙәби тәнҡитсе |
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт |
Эш урыны |
Гарвард университеты Питтсбургский университет[d] |
Уҡыу йорто | философский факультет Киевского национального университета имени Тараса Шевченко[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Жанр | шиғриәт һәм проза |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | zabuzhko.com |
Забужко Оксана Стефановна Викимилектә |
Забужко Оксана Стефановна (19 сентябрь 1960 йыл, Луцк) — Украина яҙыусыһы, шағир. 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оксана Стефановна Забужко 1960 йылдың 19 сентябрендә Украина ССР-ының Волынск өлкәһе Луцк ҡалаһында тыуған.
Фәлсәфә факультетын (1982) һәм Киев университеты аспирантураһын (1985) тамамлай. Ул «Шиғриәттең эстетик тәбиғәте сәнғәт йүнәлеше булараҡ» темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1987 йылда Советтар Союзы Коммунистар партияһына инә. 1992 йылда Оксана Забужко Пенн Стейт университетында саҡырылған яҙыусыһы сифатында украинистика уҡыта. 1994 йылда ул Фулбрайт Фондының стипендияһын ала һәм Гарвард һәм Питтсбург университеттарында уҡыта. 1989 йылдан алып Забужко Украина ФМА фәлсәфә институтының өлкән ғилми сотруднигы.
1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2014 йылда «Украин һайлауы» йәмәғәт ойошмаһы хәрәкәте лидеры Виктор Медведчук Оксана Забужконы судта еңеп сыҡты. Медведчук Забужконы яла яғыуҙа, атап әйткәндә, 2013 йылдың 30 ноябрҙән 1 декабренә тиклем Медведчуктың Евромайҙанды ҡыуыуҙа ҡыҫылышы барлығы тураһында мәғлүмәт таратыуында ғәйепләне[4].
Төп әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Романдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Исеме | Оригиналь исеме |
---|---|---|
1996 | Украин сексының ялан тикшеренеүҙәре | Польові дослідження з українського сексу |
2009 | Ташланған Серҙәр музейы | Музей Покинутих Секретiв |
Хикәйә йыйынтыҡтары һәм повестар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Исеме | Оригиналь исеме |
---|---|---|
1992 | Сит планетанан килеүсе | Iнопланетянка |
2000 | Балан һыбыҙғыһы тураһында | Казка про калинову сопілку |
2003 | Апай, апай | Сестро, сестро |
Фәлсәфә, әҙәбиәт фәне, эссеистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Исеме | Оригиналь исеме |
---|---|---|
1990 | Ике мәҙәниәт | Дві культури |
1992 | Украин идеяһы фәлсәфәһе һәм Европа контексты: франк осоро | Філософія Української ідеї та європейський контекст: франківський період |
1997 | Украинаның Шевченко тураһында мифы | Шевченкiв мф України |
1999 | Фортинбрас хроникалары | Хроніки від Фортінбраса |
2005 | Украина революцияһы тураһында 15 текстLet my people go. | Let my people go. 15 текстів про українську революцію |
2007 | Notre Dame d Ukraine: украин ҡыҙы мифологиялар конфликтында | Notre Dame d’Ukraine: Українка в конфлікті міфологій |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжә Княгиня Ольга ордены (16 ғинуар 2009 йыл) — украин йәмғиәтен берләштереү эшенә, демократик, социаль һәм хоҡуҡи дәүләт төҙөүҙә ҙур шәхси өлөшө өсөн һәм Украинаның дәүләт байрамы уңайынан (укр. День соборності України)[5]
- Global Commitment Foundation шиғри премияһы (1997)
- Гелен Щербань-Лапик Фонды премияһы(1996)
- Ковалевтар Фундацияһы премияһы (1997)
- Рокфеллер Фонды премияһы(1998)
- Мюнхен ҡалаһы мәҙәниәт Департаменты премияһы (1999)
- Ледиг — Ровольт Фундацияһы премияһы (2001)
- Грац ҡалаһы мәҙәниәт департаменты премияһы (2002)
- Оксана Забужконың «„Музей покинутих секретів“» романын "Корреспондент"журналы иң яҡшы украин китабы −2010 тип атаны.[6] 2013 йылда ул «Angelus» Үҙәк Европа Әҙәби премияһы менән билдәләнде.
Тәржемәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оксана Забужко әҫәрҙәре ундан артыҡ телгә тәржемә ителгән.
- О. С. Забужко, Украин сексының ялан тикшеренеүҙәре (роман), Сит планетанан килеүсе (повесть), Ҡыҙҙар, Густав өсөн альбом (хикәйәләр) — М: АСТ, Елена Мариничеваның украин теленән рус теленә тәржемәләре һәм иҫкәрмәләре. — 2007;
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #128349832 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Georgesco F. Lessia Oukraïnka : un grand nom de la culture européenne sort de l’oubli (фр.) // Le Monde / J. Fenoglio — Paris: Société éditrice du Monde, 2024. — ISSN 0395-2037; 1284-1250; 2262-4694
- ↑ Oksana Sabuschko // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Медведчук виграв судовий позов проти Забужко за її інтерв’ю «Радіо Свобода» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Указ Президента України № 26/2009 від 16 січня 2009 року «Про відзначення державними нагородами України» (укр.)(укр.
- ↑ [1]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Оксаны Забужко (укр.) (инг.)
- блог Оксаны Забужко на ресурсе «Украинская правда»
- блог Елены Мариничевой, переводчицы Оксаны Забужко
- http://xyz.org.ua/litera/zabuzhko/zabuzhko.html
- Максим Мошков китапханаһында Оксана Забужко (рус.) (укр.)
- Оксана Забужко в «Журнальном зале» " (рус.)
- Интервьюлар
- https://web.archive.org/web/20080925174843/http://glavred.info/archive/2006/08/04/135800-9.html — интервью 04.08.06 (веб-архив).
- http://2004.novayagazeta.ru/nomer/2004/93n/n93n-s37.shtml 2007 йыл 3 май архивланған. - Нимә була ул «Хәнәүәт мәҙәниәт» («Новая газета»ға интервью)