Зайдельман Яков Наумович
Зайдельман Яков Наумович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 декабрь 1961 (63 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғилми-педагогик хеҙмәткәр, игрок в интеллектуальные игры, программист |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Спорт төрө | Что? Где? Когда?[d] һәм Своя игра[d] |
Ҡатнашыусы | Своя игра[d] һәм Что? Где? Когда?[d] |
Зайдельман Яков Наумович Викимилектә |
Зайдельман Яков Наумович (16 декабрь 1961 йыл) — СССР һәм Рәсәй программисы, информатика буйынса дәреслектәр авторы. Ярославль өлкәһендә мәктәп уҡыусылары араһында спорт буйынса «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» ярыштарын ойоштороусы, шулай уҡ «Үҙ уйыным» телетапшырыуҙар ҡатнашыусыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Профессиональ эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яков Наумович Зайдельман 1961 йылдың 16 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Өфө ҡалаһының 91-се гимназияһын һәм 114-се мәктәбен алтын миҙал менән тамамлай. 1984 йылда Өфө авиация институтының «Идара итеү системалары» факультетын тамамлай. 1987 йылдың сентябренән 2005 йылдың майына тиклем СССР һәм Рәсәй Фәндәр академияһының программалар системаһы институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 1997 йылдың сентябренән — Переславль-Залесский ҡалаһы университеты доценты, программалау буйынса уҡытыусы.
Яков Зайдельман Михаил Ройтберг менән бергә уҡыусыларға информатика буйынса БДИ тапшырырға әҙерләнеү өсөн «Информатика. Подготовка к ЕГЭ. Диагностические работы» китаптар серияһының авторҙашы, 5 класс өсөн «Азы информатики. Работаем с информацией» уҡыу-методик комплекты мөхәррире һәм 7-9 кластар өсөн информатика буйынса дәреслек авторҙашы.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яков Наумович — өс бала атаһы, әҙәби китаптар уҡыу менән ҡыҙыҡһына[1].
Телевидение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдар уртаһында Яков Зайдельман «Пузляры» командаһының капитаны булып «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынының спорт вариантында уйнай башлай, ә 1998 йылда «ru:Своя игра» телевизион уйынында тәү башлап сығыш яһай, тәүге уйында уҡ Аркадий Жучковты еңеп сыға. Ул «Алтын дюжинаның» 7 циклы финалына тиклем барып етә, финалда Яков Подольный һәм Андрей Абрамовтан ғына ҡалыша, ә шул уҡ йылда 8 цикл финалында Сахаров Михаилдан бер аҙ ҡалыша. Ул шулай уҡ 1999 йылда башватҡыстар буйынса Рәсәй чемпионатында еңә, ә инде 2001 йылда Чехияла донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһай. 2001 йылдан алып «ru:Своя игра» уйынының төрлө турнирҙарында сығыш яһауын дауам итә. Өс бала атаһы булараҡ, Яков Наумович, «Иң аҡыллы» программаһының «Иң аҡыллы ата-әсә» сығарылышында ҡатнаша, ләкин финалға сыҡмай[1].
Переславль-Залесский ҡалаһында Яков Зайдельман тырышлығы менән гуманитар лицейҙа «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны буйынса балалар клубы барлыҡҡа килә, был уйын Ярославль өлкәһендә иң популяр уйындарҙың береһе булып китә. Яков Зайдельман үҙ командаһын булдырып, улар менән 2005 йылда Рәсәйҙең өлкәндәр чемпионатында финалға сыға[1]. Шулай уҡ «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны буйынса клубтарҙың Халыҡ-ара ассоциацияһының сертификатлы арбитры[2].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БДИ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михаил Абрамович Ройтберг, Я. Н. Зайдельман. Информатика. Подготовка к ЕГЭ в 2013 году. Диагностические работы. — М.: МЦМНО, 2012.
- М. А .Ройтберг, Я. Н. Зайдельман. Информатика. Подготовка к ЕГЭ в 2014 году. Диагностические работы. — М.: МЦМНО, 2013.
- М. А .Ройтберг, Я. Н. Зайдельман. Информатика и ИКТ. Подготовка к ЕГЭ в 2016 году. Диагностические работы. — М.: МЦМНО, 2015.
- М. А .Ройтберг, Я. Н. Зайдельман. Информатика и ИКТ. Подготовка к ЕГЭ в 2017 году. Диагностические работы. — М.: МЦМНО, 2016.
Дәреслектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александр Александрович Дуванов. Азы информатики. Работаем с информацией. Книга для учителя / ред. Я. Н. Зайдельман. — СПб: БХВ-Петербург, 2004.
- А. А. Дуванов]]. Азы информатики. Рисуем на компьютере. Книга для учителя / с примечаниями Я. Н. Зайдельмана. — СПб: БХВ-Петербург, 2005.
- А. Г. Кушниренко, Г. В. Лебедев, Я. Н. Зайдельман. Информатика. 7-9 классы. — Дрофа, 2002. — ISBN 5-7107-5283-5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Светлана Емельянова. Хитроумный Зайдельман . Газета «Золотое Кольцо». Неофициальный сайт программы «Своя игра» (февраль 2005). Дата обращения: 6 ғинуар 2018.
- ↑ База вопросов «Что? Где? Когда?» (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальная страница Зайдельман, Яков Наумович социаль селтәрендә «Бәйләнештә»
- Статистика сығышында: Яков Зайдельман Наумович (рус.)