Зайцева Надежда Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зайцева Надежда Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 август 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ленинград өлкәһе
Вафат булған көнө 4 апрель 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө колхозник

Зайцева Надежда Васильевна (15 август 1926 — 4 апрель 2009) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Ленинград өлкәһе Всеволожский районының совхозында бригадир «Ручьи» совхозының бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зайцева Надежда Васильевна 1926 йылда Псков губернаһы территорияһында йәшәгән крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Зайцева Надежда Васильевна бик иртә етем ҡала. Ленинградҡа уны апаһы алып китә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуациялана. 1944 йылдан алып йәшелсә үҫтереүсе булып эшләй. 1950 йылда звеньевой була, ә 1952 йылда Ленинград өлкәһе Всеволожский районының «Ручьи» совхозында йәшелсә үҫтереүселәр бригадаһының бригадиры булып эшләй. 1950 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Зайцева Надежда Васильевна Всеволожский ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Уның бригадаһы өлкәнең иң яҡшы бригадаһы була. Яҡшы хеҙмәте өсөн Зайцева Надежда Васильевнаны йәш эшселәрҙең остазы итеп ҡуялар.

1965—1975 йылдарҙа Зайцева Надежда Васильевнаның бригадаһы үҙенең ҡарамағындағы 120 гектар майҙандың һәр бер гектарынан йылына уртаса 700 центнерға тиклем сөгөлдөр, 500 центнер кишер һәм 800 центнер кәбеҫтә йыйып ала.

1971 йылдың 8 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы Зайцева Надежда Васильевна рекордлы уңыш йыйып алған өсөн һәм ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш»алтын йондоҙ миҙалы тапшырыла.

Аҙаҡтан Надежда Васильевна Зайцева иҡтисадсы вазифаһына күсерелә, шунан һуң хаҡлы ялға сыға.

Ул КПСС-тың XXIV съезы делегаты була.

Надежда Васильевна ЗайцеваСанкт-Петербургта йәшәй. Ул 2009 йылдың 4 апрелендә вафат була. Ҡаланың Богословский зыяратында ерләнгән[1].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ булған:

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Зайцева Надежда Васильевна - биография, фото места захоронения. nekropol-spb.ru. Дата обращения: 10 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хәтер китабы. Дан Йондоҙҙары. Ленинград өлкәһе. 1 том. — СПб, 2009.
  • Эш энциклопедияһы:1921-1985. Л: Лениздат, 1986.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]