Закиров Мөхәмәтхан Хажи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Закиров Мухаметхан Хазиевич битенән йүнәлтелде)
Закиров Мөхәмәтхан Хажи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 сентябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Иглин районы
Вафат булған көнө 5 июнь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө китапханасы
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Закиров Мөхәмәтхан Хажи улы (17 сентябрь 1934 йыл — 5 июнь 1996 йыл) — ғалим-библиограф. 1956—1963 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының библиография бүлеге мөдире, 1963—1973 йылдарҙа — директор урынбаҫары, 1973—1995 йылдарҙа — директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәмәтхан Хажи улы Закиров 1934 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Иглин районы Үктәй ауылында тыуған. 1951 йылда Мәскәү дәүләт китапхана институтына уҡырға инә. Уны 1956 йылда тамамлағас, шунда уҡ аспирантураға уҡырға инә һәм 1971 йылға тиклем уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң, Башҡорт АССР-ына эшкә ҡайта. Шул уҡ йылда Республика фәнни китапханаһына (элекке Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана) эшкә урынлаша. Мөхәмәтхан Закиров вафатына тиклем шунда эшләй һәм дөйөм эштәргә ысын күңелдән бирелгән, тоғро була.

1971—1973 йылдарҙа китапханасы булып эшләй, 1973 йылда директор итеп һайлана. Директор булып эшләү дәүерендә, китапхананы комплектлауҙың, милли телдәр баҫмаһы фонды формалаштырыу һәм шулай уҡ һирәк баҫмаларҙың бөтөн көйө һаҡланыу фәнни нигеҙҙәрен эшләү һәм әйләнешкә индереү юлы менән, китапхана эшенә камиллыҡ индерә. Китапхананың яңы бинаһын проектлау һәм төҙөү, шулай уҡ технологик процестарҙы камиллаштырыу эшендә әүҙем ҡатнаша.

Төп ғилми эштәре китапханасылыҡ белеменә һәм библиографияға арналған. 40-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

1996 йылдың 5 июнендә Өфөлә вафат була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты президиумы ағзаһы.
  • Өфө ҡала Советы депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981).
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (1994)[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]