Эстәлеккә күсергә

Залалов Карам Ғәлимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карам Ғәлимйән улы
Залалов
Тыуған көнө

15 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан Ҡариҙел районы Подлуб ауылы

Вафат булған көнө

17 февраль 2006

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Педагог

Наградалары һәм премиялары

БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены||«Почёт Билдәһе» ордены |}

Залалов Карам Ғәлимйән улы (15 октябрь 1921 йыл — 17 февраль 2006 йыл) — педагог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1957—1967 йылдарҙа Белорет ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1972), Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1997).

Карам (Шәмсүлғас) Ғәлимйән улы Залалов 1921 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Ҡариҙел районы Подлуб ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбендә II синыфты тамамлай. Артабан Нура ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Карам Залалов 1937—1940 йылдарҙа Сермән педагогия училищеһында уҡырға инә.

1940 йылдың 1 сентябрендә Залалов Карам Ғәлимйән улы Белорет ҡалаһының 13-сө мәктәбендә тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында К. Ғ. Залаловҡа бронь бирелә, ул Белорет металлургия заводының мартен цехында ҡорос иретеүсе ярҙамсыһы була. 1945 йылда 2-се урта мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Ул 1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (аҙаҡтан Башҡорт дәүләт университеты) тарих факультетын (ситтән тороп) тамамлай.

1949 йылдың аҙаҡтарында К. Ғ. Залалов Нура ҡасабаһында 8-се урта мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Ул 1953 йылда Белорет ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1957 йылда ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп һайлана. К. Ғ. Залалов 20-се, 14-се урта мәктәптәрендә эшләй.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]