Заповедный мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Заповедный мәмерйәһе, Айыулы мәмерйәһе
Заповедная пещера.jpg
54°33′21″ с. ш. 57°16′16″ в. д.HGЯO
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
Оҙонлоғо180 м
Күләме900 м³
Типкарст
Заповедный мәмерйәһе (Рәсәй)
Gfi-set01-cave red.svg
Заповедный мәмерйәһе, Айыулы мәмерйәһе
Заповедный мәмерйәһе (Башҡортостан Республикаһы)
Gfi-set01-cave red.svg
Заповедный мәмерйәһе, Айыулы мәмерйәһе

Заповедный мәмерйәһе, Айыулы мәмерйәһе — Башҡортостандың Белорет районында Ләмәҙ йылғаһының уң ярында урынлашҡан карст мәмейәһе, Атыш шарлауығынан 60 м бейеклектə тəпəш ҡая һикəлтəһенең нигеҙендə урынлашҡан. Мәмерйә эсендә йәшәгән ярғанаттар һәм боронғо заманда мəмерйə айыуына (Spelaearctos spelaeus Rosenmullen & Heinroth) табыныу эҙҙəре булыуы менән билдәле.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бейеклеге 2 м, киңлеге 0,6 м арка рәүешендәге мəмерйə ауыҙы Атыш шарлауығынан 60 м бейеклектə тəпəш ҡая һикəлтəһенең нигеҙендə урынлашҡан. Мәмерйә, түбəһе һəм стеналары кальцит ҡатламы, сталактит, сталагмит ҡалдыҡтары менән ҡапланған бер нисә коридорҙан тора. Коридорҙың иҙәне балсыҡ һәм эзбизташ менән ҡапланған. Мәмерйәнең ауыҙы һәм тағы ла бер тар урынынан башҡа мәмерйә эсендә тары баҫҡан килеш йөрөргә мөмкин.

Мәмерйә эсендә температура 6°С.

Туристар араһында мәмерйә Айыулы исеме менән билдәле. Мәмерйә эсендә айыу һөйәктәре табыла. Мәмерйә айыуының баш һөйәге беренсе тапҡыр 1969 йылда табыла. Һуңынан мәмерйә эсендә башҡа хайуандарҙың яндырылған һөйәктәре табыла. Палеолит һунарсыларының культ үткәреү урыны булған тип билдәләй археологтар. Был мәмерйәнән башҡа был тирәлә тағы ла бер нисә мәмерйә бар[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]