Эстәлеккә күсергә

Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зилә Рамаҙан ҡыҙы Аҙнабаева битенән йүнәлтелде)
Зилә Рамаҙан ҡыҙы Аҙнабаева
ҡыҙ фамилияһы - Ғәйнетдинова
Тыуған көнө

17 апрель 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Арышпар ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

мәҙәниәт хеҙмәткәре

Наградалары һәм премиялары

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалы (2014, 2016)

Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Әсә-Ер әсә» спектакленән Толғонай

Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы (17 апрель 1954 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Ике тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» тигән миҙалы менән бүләкләнгән. I—IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты.

Зилә Рамаҙан ҡыҙы Аҙнабаева 1954 йылдың 17 апрелендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Арышпар ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

1961 йылда Белорет районы Йөйәк мәктәбенә һабаҡҡа төшә. Унда 8 класты тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Педучилищела уҡыған йылдарында Белорет ҡала мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры ҡуйған спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара. Ошо мауығыу уны сәнғәт юлына килтерә. Ҡыҙҙың уңыштарын күреп, училищены тамамлаусылар мотлаҡ 3 йыл эшләргә тейеш булһа ла, педагогия училищеһынан уға сәнғәт институтына йүнәлтмә бирәләр.

1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инә. Уны тамамларға йыл ярым ҡалғанда Өфө ҡалаһының Актерҙар йортонда методист-консультант итеп эшкә саҡыралар.

1980 йылда тормошҡа сыға һәм Нефтекама ҡалаһына эшкә күсә. Башта Ҡарман ГРЭС-ының художество етәксеһе булып эшләй. Йәш ҡала тиҙ үҫә, Энергетиктар мәҙәниәт һарайы сафҡа инеү менән, Зилә Аҙнабаеваны эшкә саҡыралар.

1998 йылда Нефтекамала Башҡорт дәүләт филармонияһының филиалы асыла. Шунан бирле Зилә Азнабаева хеҙмәт юлын ошо мәҙәниәт усағы менән бәйләй[1]. Бер үк ваҡытта ул байтаҡ йылдар Башҡортостан радиоһының штаттан тыш хәбәрсеһе лә булып эшләй.

2003 йылда Зилә Рамаҙан ҡыҙына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелә.

йәмәғәт эшмәкәрлеге

Нефтекама ҡалаһына эшкә килгәс, Зилә Аҙнабаева йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша башлай. 1985 йылда ҡалала милли хәрәкәттәр араһында беренсе булып "Башҡорт мәҙәниәт үҙәге"н ойоштора.

Зилә Аҙнабаева Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлана. Шунан һуң, 1995 йылда, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Нефтекама бүлексәһен ойоштора.

Милли хәрәкәттәге әүҙем эшмәкәрлеге өсөн ул ике тапҡыр Бөтә башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» тигән миҙалы менән бүләкләнә. Дүрт тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты итеп һайлана.

әҙәби эшмәкәрлеге

Зилә Аҙнабаеваның бик күп публицистик мәҡәләләре һәм әҙәби әҫәрҙәре ҡала, республика баҫмаларында донъя күреп тора.

Мәҡәләләре һәм шиғри шәлкемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек» [2]
  • Иң әүҙем түңәрәксе [3]
  • «Ай тотолған төндә» [4](недоступная ссылка)
  • Йѳйәктә хәйриә акцияһы [5](недоступная ссылка)
  • Признавая женщины заслуги [6] 2018 йыл 16 май архивланған.
  • Фестивалить можно в любом возрасте [7](недоступная ссылка)
Нефтекама дәүләт филармонияһы. Республика башлығы Р.Хәмитов
Гүзәл Ситдиҡова менән Зилә Аҙнабаева атаһы-әсәһе менән. 1957
Башҡорт дәүләт филармонияһында Гүзәл Ситдиҡованың юбилей кисәһен сәхнәгә ҡуйғандан һуң
Зилә Рамаҙан ҡыҙы коллегалары менән
  • Азнабаева Зиля Рамазановна [8](недоступная ссылка)
  • Азнабаева Зиля Рамазановна [9] 2017 йыл 26 декабрь архивланған.
  1. Филармония в лицах [1] 2018 йыл 16 апрель архивланған.