Эстәлеккә күсергә

Зиндельс Абрам Моисеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зиндельс Абрам Моисеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Липовец, Киевская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Вафат булған урыны Мелитополь[d], Запорожье өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө офицер
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Зиндельс Абрам Моисеевич Викимилектә

Зиндельс Абрам Моисеевич (1915—1943) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 690-сы уҡсылар полкының взвод командиры була (126-сы уҡсылар дивизияһы, 51-се армия, Көньяҡ фронт), Советтар Союзы Геройы, кесе лейтенант.

Киев губернаһының Липовец ауылында, хәҙерге Украинаның Винница өлкәһендә хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. Йәһүд. Мәктәптә 9-сы класты тамамлай, был белем усағы әле 3-сө Липовец дөйөм белем биреү мәктәбе тип атала. Винница төҙөлөш техникумын тамамлай. Липовец машина-трактор станцияһында токарь булып эшләй. 1940 йылда РККА сафына алына.

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1942 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай. 690-сы уҡсылар полкының взвод командиры (126-сы уҡсылар дивизияһы, 51-се армия, Көньяҡ фронтта). 1943 йылдың 18 октябрендә өс штурм төркөмгә етәкселек итеп, дошманды Мелитополь (Запорожье өлкәһе) ҡалаһының ике кварталынан ҡыуып сығара. Дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда ҡамауға эләгә һәм ахырғаса көрәшә. Яңғыҙы ҡалғас, фашистарҙы яҡын арауыҡҡа ебәреп, гитлерсыларҙы ла, үҙен дә танкыға ҡаршы граната менән шартлата.

СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1943 йылдың 1 ноябрендә немецтарҙың командованиеның көслө нығытма һыҙатын йырып сығыу буйынса командованиеның ҡушҡан бурысын үтәгәне, Мелитополь ҡалаһын азат иткәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн кесе лейтенант Зиндельс Абрам Моисеевичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң).

Ленин ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.

  • Мелитополь ҡалаһында бер урам Герой исемен йөрөтә.
  • Липовец ҡалаһында Баҙар майҙаны эргәһендәге урамға (йәһүд кварталы) Геройы исеме бирелгән.
  • Винница төҙөлөш техникумы стенаһындағы иҫтәлекле таҡтаташҡа уның исеме лә индерелгән.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Кумок В. Н., Воловник С. В. Евреи Мелитополя. — Мелитополь: Изд. дом МГТ, 2012. — Т. 1, с. 394.

Сергей Каргапольцев. Зиндельс Абрам Моисеевич. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 22 декабрь 2014.