Эстәлеккә күсергә

Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зиннур Хәйҙәр улы Шиһапов битенән йүнәлтелде)
Зиннур Хәйҙәр улы Шиһапов
Тыуған көнө

11 сентябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Миәкә районы Елдәр ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

биология, ботаника, генетика

Эшләгән урыны

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса-институты[1]

Альма-матер

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Ғилми дәрәжәһе

биология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Сайт

ufabotgarden.ru

Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы (11 сентябрь 1965 йыл) — ғалим-генетик. 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы РФА Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса-институты директоры[2] һәм бер үк ваҡытта 2017 йылдың декабренән — Өфө фәнни үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[3]. Биология фәндәре докторы (2006), профессор.

Зиннур Хәйҙәр улы Шиһапов 1965 йылдың 11 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Миәкә районы Елдәр ауылында тыуған.

1987 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын «урман хужалығы» һөнәре буйынса «отлично» ға тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген ОБЦ-ла башлай.

1989 йылдан Ботаника баҡсаһы—институтында, шул иҫәптән:

  • 1994 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр;
  • 1995 йылдан — үҫемлектәр генетикаһы һәм цитологияһы лабораторияһы мөдире[4];
    • 1996 йылдан — директор урынбаҫары;
  • 1998 йылдан Ботаника баҡсаһы—институты директоры[1], бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Өфө фәнни үҙәгенең рәйес урынбаҫары, ә 2017 йылдың декабренән — Өфө фәнни үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йылда «биология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә, 2005 йылда, «Внутривидовая изменчивость и дифференциация видов семейства Pinaceae на Урале» тигән темаға диссертация[5] яҡлап, «биология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә эйә була.

Биология фәндәре докторы, профессор Зиннур Шиһаповтың ғилми-тикшеренеү эштәре урман генетикаһы, йәғни ағастарҙың төп үҙенсәлектәре һәм билдәләренең быуындан быуынға күсеүе һәм үҙгәреүе, шулай уҡ уларҙың селекцияһына — яңы төрҙәрен сығарыу мәсьәләләренә арналған. Дөйөм генофондҡа эйә булған һәм айырым территория биләгән төрҙәрҙең биологик үҙенсәлектәрен тикшереп, ағастарҙы яңы урынға күсереп ултыртыу, уларҙың тамырланып һәм ерегеп китеү барышын (интродукция) өйрәнеп, ул үҫемлектәрҙең, тәү сиратта ылыҫлы ағастарҙың генфондын һаҡлау проблемаларын күҙаллай.

Ғалим Көньяҡ Уралда үҫкән себер шыршыһының, Сукачёв ҡарағасының һәм ҡарағайҙың популяцион-генетик структураһын асыҡлаған. Орлоҡ биреүсе урман плантацияларының торошона генетик анализ яһап, ағас үҫемлектәренең генофондың яҡшыртыу, уларҙы һаҡлау һәм үрсетеү буйынса фәнни яҡтан нигеҙләнгән тәҡдимдәр эшләгән.

Зиннур Шиһаповтың һаналған темаларға арналған 100-гә яҡын мәҡәләһе төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа донъя күргән һәм алты китабы нәшер ителгән.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең ике диссертация советы ағзаһы.
  • Өфө фәнни үҙәге Биология институтының Ғилми совет ағзаһы.
  • Рәсәйҙең Ботаника баҡсалары советы ағзаһы.
  • Урал һәм Волга буйы Ботаника баҡсалары советының бюро ағзаһы.
  • Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең үҫемлектәрҙе һаҡлау комиссияһы ағзаһы.
  • Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге йәштәр дәүләт премиялары буйынса комиссия ағзаһы.
  • Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәмәғәт советы ағзаһы.
  • Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан республика бүлексәһе президиумы ағзаһы.

Китаптары һәм ғилми хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Валерий Путенихин, Гульфия Фарукшина, Зиннур Шигапов. Лиственница Сукачёва на Урале. Изменчивость и популяционно-генетическая структура. — М., Наука, 2004. — 280 с. ISBN 5-02-006371-1 (рус.)

Маҡтау ҡағыҙҙары һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумының һәм Һөнәри союз советының Маҡтау ҡағыҙы
  • Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте Үҙәк советы президиумының Маҡтау ҡағыҙы
  • Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Маҡтау ҡағыҙы
  • Өфө ҡалаһының Маҡтау ҡағыҙы