Эстәлеккә күсергә

Зодиак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зодиак
Рәсем
 Зодиак Викимилектә
Ҡояштың күк көмбәҙе буйлап күренгән йыллыҡ хәрәкәте (эклиптика, ҡыҙыл төҫтә күрһәтелгән), күк экваторы (аҡһыл зәңгәр төҫтә) һәм зодиак зонаһы. Эклиптика һәм күк экваторының киҫешкән урыны — төн менән көндөң тигеҙләнештәре нөктәһе

Зодиак (зодиак ҡулсаһы грек. ζῷον — «тере йән»), үҙәге эклиптикала булған һәм ун ике бүлкәттән торған күктәге ҡулса. Зодиак һүҙе башта zōdiacus тигән латин һүҙенән килеп сыға, ә ул, үҙ сиратында, грексанан ζῳδιακὸς κύκλος (zōdiakos kyklos) — «хайуандар түңәрәге» (нигеҙендә ζῴδιον (zōdion), ҡыҫҡартылған формаһы ζῷον (zōon) "хайуан"дан алына. Был шуның менән бәйле — классик грек зодиагында билдәләрҙең яртыһы хайуандар ҡиәфәтендә (мифологик йән эйәләренән тыш) һынландырыла.

  • Астрономияла — Ҡояш, Ай һәм планеталарҙың эклиптика буйлап күренгән юлдары үткән күк көмбәҙе билбауы. Шул уҡ ваҡытта Ҡояш ҡәтғи рәүештә эклиптика буйынса хәрәкәт итә, ә ҡалған яҡтыртҡыстар иһә зодиак буйлап хәрәкәт иткәндә, үҙ орбитаһы үҙәгенең ағымдағы торошона бәйле эклиптиканан төньяҡҡараҡ, йәки көньяҡҡараҡ шыла. Ҡуҙы, Буға, Игеҙәктәр, Ҡыҫала, Арыҫлан, Ҡыҙ, Үлсәү, Саян, Уҡсы, Ылаҡ, Һыуғояр, Балыҡ зодиак йондоҙлоҡтарына ҡарай, шулай уҡ Змееносецты ла зодиак йондоҙлоғо тип атарға була, әммә уны йыш ҡына зодиак йондоҙлоғона индермәйҙәр, шул уҡ ваҡытта ул, башҡа яҡтыртҡыстар кеүек үк, эклиптика аша үтә. Ай һәм күренгән планеталарҙың эклиптик боролошо бер нисә градустан артмай, ғәҙәттә зодиак билбауының киңлеге эклиптиканың ике яғына ла шартлы рәүештә 9 градусҡа тигеҙ, тип иҫәпләнелә. Астрономик зодиакта хәрәкәт — сәғәт уғы буйынса.
  • Астрологияла — билбау участкаларға астрономиялағы кеүек, шундай уҡ эҙмә-эҙлелектә бүленә. Беҙҙең эраға тиклем I меңйыллыҡ уртаһында Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килгән зодиак 30-ар градуслы ун ике зодиак билдәһенән тороуы билдәле. Билдәләрҙең исемдәре зодиак йондоҙлоҡтары менән бәйле, ул дәүерҙә шул йондоҙлоҡтарға тап килгән булалар, әммә артабанғы быуаттарҙа прецессия йоғонтоһо аҫтында йондоҙҙар һәм йондоҙлоҡтар эклиптика селтәренә бәйле билдәләр буйынса хәрәкәт итә. Астрологик зодиакта хәрәкәт сәғәт уғына ҡаршы башҡарыла.
Венецияла Изге Марк майҙанындағы Сәғәт башняһының ҙур циферблатындағы астрономик зодиак (хәрәкәт сәғәт уғы буйынса).

Яҙғы көн менән төндөң тигеҙлек нөктәһе — зодиак ҡулсаһының башланған нөктәһе (эклиптика күк экваторын төньяҡ йүнәлештә киҫеп үткән нөктә, йәғни эклиптиканың үҫә барыусы үҙәге). Астрологияла был нөктә Ҡуҙы зодиак билдәһенең башланған осорона тап килә, Ҡуҙының (♈︎) астрологик символы астрономияла ла яҙғы көн менән төндөң тигеҙләнешен билдәләү өсөн ҡулланыла. Хәҙерге дәүерҙә эклиптиканың ошо нөктәһе астрономик зодиактың Балыҡ йондоҙлоғонда урынлаша.

Яҙғы көн менән төн тигеҙләнеше нөктәһе тағы ла өс нөктә менән бергә зодиактың дүрт мөйөш (йәки кардиналь) нөктәһен хасил итә. Уларға йәйге ҡояш торошо нөктәһе, көҙгө көн менән төндөң тигеҙлек нөктәһе һәм ҡышҡы ҡояш торошо нөктәһе ҡарай. Астрономияла улар шулай уҡ ярашлы рәүештә астрологик символдар менән: Ҡыҫала (♋︎), Үлсәү (♎︎) һәм Ылаҡ (♑︎) тип билдәләнелә[1]. Көн менән төндөң тигеҙләнештәре һәм ҡояш тороштары кеүек мөһим астрономик ваҡиғалар Ҡояш үҙ хәрәкәтендә мөйөш нөктәләрен үткән мәлгә тура килә.

Астрономияла зодиактың тағы ла бер символы күк есемдәре орбиталарының үҫә барыусы һәм кәмей барыусы узелдарын билдәләүҙә киң ҡулланыла, бының өсөн Арыҫлан (♌︎) символы ярашлы рәүештә тура йәки түңкәрелгән килеш, йәки (йышыраҡ) уның яһалма һүрәттәре ☊ һәм ☋[2], шулай уҡ астрологияла планеталар узелдарын аңлатҡан символдар(ғәҙәттә — ай символдары, улар Раху һәм Кету тип атала) алына.

Эклиптика системаһының бер төрө булған күк координаттарының зодиак системаһы ла зодиак менән бәйләнгән, унда күк есеменең торошо зодиак билдәләренә бәйле.

Тропик һәм сидерик зодиак

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күк координаттары яҙғы көн менән төндөң тигеҙләнеше нөктәһенә бәйле булғанға күрә, ер күсәренең прецессияһы сәбәбе буйынса «хәрәкәт итмәгән йондоҙҙар» күк яҡтыртҡыстарының хәрәкәте йүнәлешендә үҙ урынынан 71,6 йылда бер градусҡа (1°) шыла. Шулай уҡ йондоҙлоҡтар ҙа зодиак булдырылғандан һуң үткән быуаттар барышында йүнәлешен бер ни тиклем үҙгәртә, шуға ла «зодиак йондоҙлоғо» һәм «зодиак билдәһе» төшөнсәләре мәғәнәләре торған һайын бер-береһенән күберәк айырыла бара. Хәҙер «йондоҙлоҡ» астрономик төшөнсә тип ҡабул ителә, йәғни күк көмбәҙенең бер участкаһын һәм унда урынлашҡан йондоҙҙо аңлата, ә «зодиак билдәһе» — астрологик төшөнсә, һәм ул эклиптикалағы билдәле бер дуғаны (һәм/йәки күк көмбәҙе секторын) аңлата, шулай итеп, әлеге ваҡытта астрономик зодиак йондоҙлоҡтарының күбеһе үҙ артынан килгән артабанғы зодиак билдәһендә сағылыш таба. Мәҫәлән, Ҡуҙы йондоҙлоғо тулыһынса Буға билдәһе зодиак секторында урынлаша.

Яҙғы көн менән төндөң тигеҙләнешенән башланған зодиак тропик тип атала (йәғни ҡояш торошо менән бәйле — бор. грек. τροπικός (κύκλος) — боролоу ҡулсаһы), ә билдәләренең координаттары яҡынса зодиак йондоҙлоҡтарына тап килһә — сидерик тип атала (йәғни, «йондоҙ» — лат. sidus — йондоҙлоҡ, йондоҙҙар, күк көмбәҙе). Сидерик зодиак астрологияла ла ҡулланыла, мәҫәлән, индуизм астрология мәктәбендә. Һиндостанда ҡулланылған сидерик зодиак тропик зодиактан яҡынса 24 градусҡа (24°) айырыла.

Һыуғояр билдәһе — Балыҡтан һулдан өҫкә һәм Арыҫланға ҡапма-ҡаршы яҡта тора. Астрологик зодиак (сәғәт уғына ҡаршы хәрәкәт). XVII быуат дискыһында, Флоренциялағы Галилей музейы.

Зодиак билдәләренең һәм зодиак йондоҙлоҡтарының тап килмәүе бик ҡыҙыҡлы ике өҫтәмә эффектта күренә.

Йәғни көсө тип Прецессияһы яҙғы көн менән төндөң тигеҙләнеше нөктәһен яй ғына, ләкин бер туҡтауһыҙ урынынан шылдыра бара, йәғни тропик зодиак башлана, төрлө мистик ағымдар һәм хәрәкәттәр сиктәрендә ♈︎ нөктәһенең хәрәкәтен сидерик зодиак буйынса ҡарау теләге тыуа. Шулай итеп, яҙғы көн менән төндөң тигеҙләнеш нөктәһе билдәле зодиак йондоҙлоғонда булған осор астрологик эра тип атала башлай.

Көн менән төндөң тигеҙләнешен алдан белеү яҙғы көн менән төндөң тигеҙләнеше нөктәһен эклиптика буйлап Ҡояш хәрәкәтенә ҡаршы йылына 50,3708" тиҙлек менән шылдырыуға килтерә, йәғни бер йылда 0,01397° градусҡа, йәки үҙ урынынан ул 71,6 йылда 1 градусҡа тайпыла — пресессияның тулы ҡулсаһы буйлап хәрәкәт 25 776 йыл эсендә тамамлана, ә был циклдың 1/12 өлөшө 2148 йылға тиң.

Һуңғы ике меңйыллыҡтар христианлыҡты үҫтереү дәүере булыуын иғтибарға алһаҡ (ә Христос символдарының береһе — балыҡ), хәҙерге заман оккультизмының тамамланыусы дәүере «Балыҡ Эраһы» тип аңлатыла, ә яңынан тыуасаҡ дәүер «Һыуғояр Эраһы» буласаҡ.

12 билдәһе һәм, 36 деканы булған Дендер зодиагы

Зодиак йондоҙлоҡтарының һүрәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Цесевич В.П. Эклиптика // Что и как наблюдать на небе. — 6-е изд. — М.: Наука, 1984. — С. 48—49. — 304 с.
  2. Знаки астрономические // Евклид — Ибсен. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — С. 548. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 9).

Ҡалып:Зодиак Ҡалып:Древнегреческая астрономия