Зорина Татьяна Юрьевна
Зорина Татьяна Юрьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 28 март 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны |
Чита өлкәһе[d], РСФСР, СССР РСФСР, СССР СССР |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Зорина Татьяна Юрьевна (28 март 1956 йыл) — СССР һәм Рәсәй театр артисы-вокалисы, йырсы, педагог, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Новосибирск опера һәм балет театры солисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Юрьевна Зорина 1956 йылдың 28 мартында Чита өлкәһендә тыуған. Уға алты йәш булғанда ғаилә Тамбов өлкәһенең Знаменка ҡасабаһына күсенә.
1974 йылда С. В. Рахманинов исемендәге Тамбов музыка училищеһына дирижерлыҡ-хор (Т. В. Цвейгарт класы) һәм йыр (А. Г. Трифонов класы) бүлегенә уҡырға инә. 1978 йылда училищены яҡшы билдәләренә тамамлай. Белемен Ҡазан дәүләт консерваторияһының вокаль факультетында дауам итә (профессор С. Н. Жиганова класы).
1983 йылда Новосибирск ҡалаһының опера һәм балет театры йырсыһы була. Татьяна Юрьевна 30-ҙан ашыу төп опера партияларын башҡара[1].
Күп кенә халыҡ-ара опера фестивалдәрендә ҡатнаша: Ф. Шаляпин (1990, 1993), ул. Л. Собинов (1987) исемендәге фестивалдәрҙә, Яҡутстанда (1996), Новосибирскиҙа (1984, 1985).
Театр труппаһы менән Польшала (Варшава операһы, Лодзь ҙур операһы), Мысырҙа (Каир операһы), Португалияла (Лиссабон, Колизей театры), Испанияла (Севилья), Ҡытайҙа (Пекин, Шанхай) гастролдәр туры үткәрә. Опера һәм камера музыкаһы әҫәрҙәренән үҙ яңғыҙ программаһы менән Польшаның ҡалалары һәм театрҙары буйлап гастролдә йөрөй[2].
Новосибирск дәүләт театры институты уҡытыусыһы, профессор, вокаль кафедраһы мөдире. 2005—2006 йылдарҙа — Тамбовта С. В. Рахманинов иҫтәлегенә музыкант -башҡарыусыларҙың юғары художество оҫталығының Халыҡ-ара курстары профессоры.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1991).
- Рәсәйҙәң халыҡ артисы (2004).
- М. И. Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы дипломанты (Ереван, 1984).
- С. Монюшко исемендәге халыҡ-ара фестиваль лауреаты (1987, 1989, 1991).
- Халыҡ-ара «Сәхнә оҫтаһы» премияһы лауреаты (2002).
- Филармония «Алтын асҡыс-2004» премияһы лауреаты (Новосибирск), .
- Новосибирск ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 115-йыллығы хөрмәтенә «Ҡала мәнфәғәте хеҙмәте өсөн» иҫтәлекле билдәһе (2008).
Театр эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новосибирск опера һәм балет театры
- Лиза (П. И. Чайковский «Пиковая дама»)
- Дездемона (Дж. Верди «Отелло»)
- Эмма (М. П. Мусоргский «Хованщина»)
- Наташа (А. С. Даргомыжский «Русалка»)
- Аида (Д.Верди «Аида» Д. Верди)
- Тоска (Д.Пуччини «Тоска»)
- Галька (С.Монюшко «Галька»)
- Чио-Чио-Сан (Д. Пуччини «Мадам Баттерфляй»)
- Катерина (Д.Шостакович «Леди Макбет Мценского уезда»)
- Ярославна (А. П. Бородин «Князь Игорь»)
- Земфира (С. Рахманинов «Алеко»)
- Леонора (Дж. Верди «Трубадур»)
- Микаэла (Ж.Бизе «Кармен»)
- Мария (П. И. Сайковский «Мазепа»)
- Каштанка (В.Рубин «История клоуна и собаки»)
- Консепсион (М.Равель «Испанский час»)
- Иоланта (П. И. Чайковский «Иоланта»)
- Татьяна (П. И. Чайковский «Евгений Онегин»)
- Антония (Ж.Оффенбах «Сказки Гофмана»)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Маргарита Матюшина. От простой деревенской девушки до примадонны оперной сцены. Тамбовская жизнь.Дата обращения 13 марта 2020.
- ↑ Татьяна Зорина: жизнь после театра . top68.ru. Дата обращения: 13 март 2020.